Күгәрсендәр(хикәйә). Тамара Ғәниева

Күгәрсендәр ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Күгәрсендәр


 
 Әгәр һин өйөңдә эт тотмаһаң, моғайын, бесәйең барҙыр. Бесәйең булмаһа, ташбаҡаң йәиһә терпең... Юҡмы? Бәлки, күгәрсендәрең барҙыр?
Хәйер, ишек алдарында күгәрсен ояларын күреү хәҙер икеле. Ә элек күгәрсен «ене» ҡағылмаған малайҙы осратыуы ҡыйын ине.
Минең күрше малай (хәҙер ул ағай инде) "күгәрсен белгесе" булды. Тимер селтәрҙән яһалған күгәрсен ояһында ҡоштарҙың ниндәйҙәре генә юҡ. Ағы, күге, сыбары, хатта... тауисҡа оҡшаған төҫлө ҡанатлылары бар. Булмаҫ, тиһегеҙме? Ысын әйтәм! Малай көн һайын тиерлек бер күгәрсенен акварель буяуҙар менән буяй. Тегеһе ҡәнәғәт. Кинәнеп ҡулына ҡуна, ҡанаттарын йәйеп, хужаһы һәм дуҫы булған малайҙың үҙен биҙәгәнен сабыр гына көтөп тора. Ә малай эшен тамамлай ҙа йәйғор ҡушаматлы күгәрсенде күккә сөйә. Эй, оса теге томоролоп, эй, оса. Мин ауыҙ асып ҡарап торам: ә тегендә, күктә, уға көнләшәләрме икән?
Күршемдең йәнә Бантиклы Ҡыҙылҡай, Ҡара күгәрсен, Чигриш кеүек һирәк осрай торған тоҡомло күгәрсендәре бар ине. Ундайҙарҙы мин инде күптән күргәнем юҡ.
Яңыраҡ Мәскәүҙәге ҡош баҙарына инеп сыҡтым. Унда йәнең ни теләй, шул бар. Балыҡтарҙың, ҡош-ҡорттоң ниндәйе генә юҡ! Бер төр балыҡтарҙың хаҡы хатта шәшкенән дә ҡиммәтерәк. Һәм бына шунда мин бала сағымды йәнә иҫкә төшөрҙөм. Күгәрсен яратыусылар әлеге мин таныған Чигриш тирәһендә уралалар.
— Мин күгәрсендәрҙе 1930 йылдан бирле тотам, тип һөйләй һатыусы ағай.— Һуғыш башланғас, беҙ дуҫтарым менән ҡоштарыбыҙҙы хәрбиҙәргә тапшырҙыҡ. Мин үҙем ҡырҡ ике күгәрсен бирҙем.
Өйрәтелгән күгәрсендәр фронт һыҙығын осоп үтеп, алғы һыҙыҡҡа мәғлүмәт ташыны. Уларҙың арҡаһына тоҡсай бәйләйҙәр ҙә, йөҙ грамм ауырлығындағы йөктө артмаҡлаған ҡоштар юлға сыға. Йә булмаһа, төнөн У-2 самолеты партизандар тупланған урман өҫтөнән оса һәм күгәрсендәр тултырылған кәрзинде ергә ташлай. Ә тегеләрҙең ҡанаттарына хат бәйләнгән. Һуғыштың тәүге көндәрендә генә лә дошман тылына ун биш мең күгәрсен телеграммалар ебәрелә.
— Ә һеҙ алтындан ҡойолған күгәрсен һәйкәле барлығын беләһегеҙме?— тип һүҙгә ҡушылды аранан берәү.— Юҡмы ни? Ундай һәйкәл Англияла ҡуйылған. Ә тарихы былай. Икенсе донъя һуғышында немецтар инглиздәрҙең һыу аҫты кәмәһен батыра. Мөһәбәт тимер акула һыу аҫтына китә. Рация эштән сыға. Ул саҡта инглиздәрҙә суднола бер нисә спорт күгәрсене йөрөтөү ҡағиҙәһе була. Һыу аҫты кәмәһендә лә ошондай ике күгәрсендең булыуы иҫтәренә төшөп, фажиғәгә тарыусылар, аптыраған көндән, шул ҡоштарҙың тәпәйенә телеграмма бәйләп, торпедоның люгы аша осора. Ата күгәрсен юлда һәләк була. Ә инәһе, һигеҙ йөҙ саҡрым океан аша осоп, өйөнә ҡайта. Экипаж ҡотҡарыла. Инә күгәрсенгә алтындан һәйкәл ҡоялар.
Исеме донъяға билдәле француз рәссамы Пикассо "Тыныслыҡ күгәрсене" исемле билдәле һүрәтен юҡҡа ғына төшөрмәгән, күрәһең. Бәлки, ул да бала саҡта күгәрсендәр менән мауыҡҡандыр?
Ә һинең һуң ниндәй дуҫың бар? Юҡмы ни? Усыңа икмәк валсығы тура ла ҡулыңды күгәрсенгә һон. Ул шундай илгәҙәк ҡош, шунда уҡ дуҫлашырһығыҙ.


1993 йыл