Күк толпар. Гүзәл Ситдиҡова.
Күк толпар
editТау артында тауҙар күкһел-күкһел,
Тау артында - сихри сымылдыҡ,
Астыниһәң, тылсым донъяһына
Башкөллөләр инеп сумырлыҡ.
Алмас тояҡ атым алма сыбар
Елмерҙәккәй ташын мең уя,
Офоҡтарҙа һаман - зәңгәр монар,
Сымылдыҡмы - алыҫ, минме - яй.
Ана-бына ҡыуып етермен дә
Асылыр ҙа кеүек сихриәт.
Күкһел тауҙа күкһел ял уйната
Нуҡта теймәҫ толпар - шиғриәт.
Сымылдыҡтан сығып сырҡырай ҙа
Сығынлата сыбар атымды.
...Көмөш айға көмөш нуҡта элдем -
Эңер-шаршау юл(ы)ма тартылды.
Һуңланым...