Саҡырмайса инеп төштәремә
Ни эҙләйһең күңел - диңгеҙҙән?
Ҡом ғына ла юҡ бит һиңә тиеп
Инселәнеп ярға һибелгән.
Яраларға атҡан таштарыңдың
Ынйыларға әүер юҡ яйы,
Затым - диңгеҙ,
мәкерҙәрҙән ҡурҡмаҫ,
Күмеп уҙҙым ташың юл яйы.
Күмгән берен йотто ылымыҡтар,
Ҡаплап китте ҡалын сай-мәте.
Һин аңланың хәҙер, мәгәр һуңлап,
Диңгеҙҙәге ынйы ҡиммәтен.
Оноттомсо ерҙә һин барлығын,
Ҡылғаныңа ғәфү юллама.
Диңгеҙ өҫтөм, ана, өҫтәл кеүек,
Төптәренә таштар тулһа ла.