Күрше тауығы. Фирүзә Абдуллина.


Күрше тауығы (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 06.10.2014.. Нәшер ителгән: 30.11.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


- Беләһеңме, ниндәй ҡыҙҙы алам?
Талдай зифа булыр буй-һыны,
Ҡараштары тыйнаҡ, йөҙө алсаҡ,
Билгә еткән сәстәр тулҡыны…

Салбар кеймәҫ, кейер итәк кенә,
Һәр эшемдә булыр ярҙамсы,
Ауыҙыма ғына ҡарап торор, -
Тип һөйләнең арып-талғансы…

Беҙҙең ише салбар кейә торған,
Башты ғорур тотоп атлаған,
Уйлағанын күҙгә ҡарап әйткән,
Үҙ-үҙенә хөрмәт һаҡлаған
Ҡыҙҙар һиңә оҡшаманы инде…
Эйе, алдың. Ҡайҙа фәрештәң?
Оҙон итәк кейеп өйҙә тора,
Ниңә ярҙам итмәй һәр эштә?

Тыйнаҡ, йыуаш ҡыҙҙы һайлап алдың,
Нишләп әле хөрмәт итмәйһең?
Осрашҡанда бер ҙә маҡтанмайһың?
Нишләп беҙҙең яндан китмәйһең?

Беҙ ни һаман шундай: кәрәк булһа,
Салбар кейеп донъя көтәбеҙ,
Ирҙәребеҙ менән тиң йәшәйбеҙ,
Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ.

Йәне һөйгән йылан ите ашар –
Шунан, тәмлеме һуң йыланың?
Һайланғандар шулай һаҙға бата –
Һин ҡыҙҙарҙы байтаҡ һайланың!

Бер ҡараһаң, үҙең йәл дә һымаҡ,
Беҙ бит һиңә – күрше тауығы,
Ауыҙыңа бисәң ҡарап тора,
Тик ябылмай нишләп ауыҙың?

Һәр кемдең дә үҙ өлөшө – көмөш,
Хоҙай бит ул белеп өләшә!
…Миңә ирем әле булһа һаман
“Алтыным”, тип кенә өндәшә.