Күңелдәге төйөн. Тамара Искәндәриә

Күңелдәге төйөн (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Күңелдәге төйөн


Күңелдәге төйөн,
Хәс бер тейен,
Һикереп-һикереп уйнай күкрәктә.
Хаталарым, һеҙ, саф хаталарым,
Хафаларым ята йөрәктә.

Үҙ-үҙемә тағы йомоламын.
Тағы йотам ҡайнар һауаны.
Мин түгелме инем ихлас бер йән,
Берҡатлының иң-иң ауаны?!

Башында ҡар ятҡан тауҙай ҡырыҫ –
Сағыулыҡтан күҙҙәр ҡамаша! –
Һис бер өнһөҙ, ғәмһеҙ, мәрхәмәтһеҙ
Үҙ хатамды ҡылам тамаша.