Күңелемдә йәшәй матурлыҡ… Фирүзә Абдуллина.


Күңелемдә йәшәй матурлыҡ… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 09.04.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Күңелемдә йәшәй матурлыҡ…


Һөйләйҙәрме?
            Һөйләһендәр әйҙә!
Бер ерем дә унан кителмәҫ!
Унан ғына офоҡ емерелмәҫ,
Унан ғына донъя ишелмәҫ!

Кемдер, тимәк, бәхеттәрҙән мәхрүм,
Кеше һөйләп кенә йәм тапһа,-
Үпкәләүгә түгел, тик йәлләүгә
Лайыҡ кеше…
              Әгәр йән тартһа,

Әгәр дәртем булһа, тауға менәм,
Айға осам, сумам диңгеҙгә!
Мин ғәйбәтһеҙ еңел йәшәй алам,
Йәшәй алһын ғәйбәт минһеҙ ҙә!

Һөйләһендәр әйҙә!
                   Йәмһеҙ уйҙар,
Күңелемдә һеҙгә урын юҡ!
Йөрәгемдә - бар донъяға һөйөү,
Күңелемдә йәшәй матурлыҡ!


09.04.2014