Кәбән. Гүзәл Ситдиҡова


* * *


КӘБӘН
Кәбән башына ҡуйғайны
Тик бер тапҡыр - ғүмерҙә,
Ослай белмәйһең, тип атай
Ҡыуып төшөрҙө үрҙән.
Ос һәнәге күтәрҙем дә
Баҫтым атай янына,
Күтәремдәр ташлап торҙом
Ир балалар һанында.
Уфтанмаһын, тинем, атай
Гел ҡыҙҙар тип, дүртәү тип.
Ил ауыҙы - төпһөҙ иләк,
Тейә торҙо үртәү тик.
Уның һайын сәмләндем дә
Тырыштым ҡалышмаҫҡа,
Ал бирмәҫкә лә өйрәндем -
Ниңә бил алышмаҫҡа!
Яңғыҙ ғына энем үҫте,
Затыбыҙҙың дауамы,
Ир баланың бурысы ла -
Ҡурсалау ил-ғауамын.
Тик беҙ ҙә һис һынатманыҡ,
Атай әйткәне - ҙурлыҡ:
- Рәхмәт, - тине,- минең ҡыҙҙар
Егеттәргә торорлоҡ!
Замандар үҙгәрҙе инде:
Ул ни, ҡыҙ ни - бер һанда,
Бар уландан уңыусылар,
Бар ҡыҙҙарҙан уңғандар.
Ә мин ахыры тормошта ла
Кәбән ослай белмәнем:
Ғүмерем дә үтте кеүек
Күтәреп ос һәнәген...


2015