Кәртсе апай. Тамара Искәндәриә

Кәртсе апай (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Кәртсе апай


«Һөйгән йәрең, күрәм, һине һөймәй…
Йәнең күптән унан төңөлгән.
Йылдар аша тартылған ул ҡылдар
Һағышлы моң булып өҙөлгән.

Ташла уны.
Атла күкрәк киреп,
Ул һинһеҙ ҙә,
Күр һин,
Бәхетле.
Бәхетеңде һин дә
Эҙлә ерҙә,
Был ғүмерҙәр,
Бел һин,
Ваҡытлы.

Бәйләнгән дә сәстәр өҙөлмәй, тип
Ышанмасы, һылыу,
Яҙмышҡа.
Йәш ғүмерең үткәс,
Әйтмәм, тимә
Үпкә һүҙҙәреңде тормошҡа», –

Шулай тиеп,
Изге теләк юрап,
Кәртсе апай миңә ҡараны.
Юҡ, юҡ, апай,
Бер кем,
Бер ҡасан да
Бүлә алмаҡ беҙҙең араны.

Тик бер генә тапҡыр
Һайлай тормош
Беҙҙең кеүек көслө, матурҙы…
…Кем белгән һуң
Кәртсе апай һүҙен
Иҡләй-иҡләй
Таңым атырҙы?

Кәртсе апай
Бәхетһеҙлек юрап
Башҡайымды, ахыры, бутаны.
Ғүмер баҡсамдағы
Күкрәп үҡер
Сәскәләрҙе әллә утаны?

Кәртсе апай,
Бағла миңә бәхет,
Бағла һөйөү,
Бағла уңыштар.
Бағла миңә
Уй ҡөҙрәтем менән
Үҙем тыуҙырасаҡ
Яҙмыштар.

Инде башҡа һиңә ышанмам мин,
Килһә лә юш һинең юрауың.
« һаҡла минең һөйөүемде»,– тиеп
Бер Хоҙайҙан ғына һорауым.
Бер Хоҙайҙан ғына һорауым.