Кәштә. Гүзәл Ситдиҡова

Кәштә



Их, анау бейек кәштәгә
Буйың етһә ине ул -
Шунда менеп йәшеренгән
Тәмлекәйҙәр бик тә мул.
Тәпәшәк, тигән буласы
Атай-әсәй кәштәне,
Ултырғыс та ҡуйып мендем -
Бер ҙә буйым етмәне.


2012