Кәшәнә. Гүзәл Ситдиҡова

Кәшәнә



Яралтылған кеше Аллаһ биргән
Бар донъяны өҙөлөп һөйөргә,
Изге эштәр ҡылып, яҡтылығын
Йондоҙ итеп күккә сөйөргә.
Булышсыға беҙгә мал бирелгән,
Тик мал табыу - иң ҙур ғәм түгел,
Йәшәр өсөн генә мөлкәт кәрәк,
Мөлкәт өсөн йәшәү - мән түгел.
Донъялары хәҙер буталанған -
Уйлап, йөрәктәрем өшәнә,
Табыналар малға - илаһ итеп,
Иман ҡәберендә - кәшәнә,
Уға алтын мулдан ялатылған,
Әйтерһең дә ожмах – ошонда,
Күңелдәргә шайтан оялаған
Тәҡүә һыны бары – тышында.



2013