Көнбағыш ни өсөн һағышлы?

Көнбағыш ни өсөн һағышлы? (әкиәт)
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Башҡортостан китап нәшриәте "Әсе шәкәр" Азат Хәлилов



Көнбағыш ни өсөн һағышлы?


Ҡасандыр зәңгәр күктә Көнбағыш менән Ҡояш, ҡыҙ менән егет кеүек бер-береһенә ғашиҡ булған, ти. Улар бергә сыҡҡан, бергә байғыған. Береһенән-береһе айырыла алмаған. Ныҡ яратышҡандар, шулай бер йәй көнө улар икәүләп ҡайнар мөхәббәттән ҡайнап, бик ныҡ ҡыҙҙырғас, йылғалар, күлдәр кибә, үләндәр, ағастар һулый башлаған. Быны күреп Ер уларға инәлергә керешкән:

-Бер үк улай ныҡ ҡыҙҙырып эҫенән киптермәгеҙ. Кешеләр йонсой, малдар һыуһыҙ интегә, ҡош–ҡорт ҡырыла, яфалана, - тип ялбарған.
Көнбағыш менән Ҡояш Ергә ҡараһалар ысынлап та шулай икән дә баһа.
 
Улар кәңәш менән Айға килгәндәр. Ай уларға:

-Булмаһа берегеҙ Ергә төшөгөҙ, унда бер ҡояш булғас йәмлерәк булыр, - тигән ти. Ҡояштар Айҙың кәңәше менән килешкәндәр. Тик ҡайһыһына ергә төшөргә икәнен генә килешә алмағандар. Улар тағы айға килгәндәр. Ай:

-Йәрәбә һалығыҙ, кемгә сыға, шул Ергә төшөр, - тигән. Улар йәрәбә һалған. Йәрәбә буйынса, Ергә төшөргә Көнбағышҡа тейеш булған. Ул ҡайғыға батҡан. Тик ни эшлһен, килешеү шулай булғас, түҙгән инде.

Ул Ергә төшөп, үҫемлек булып үҫә башлаған. Орлоғо һәм майы менән кешеләргә файҙа өләшкән, шуның менән күңелен баҫҡан. Тик һәр саҡ күкте, Ҡояш дуҫын һағынған. Шуның өсөн дә гел генә Күккә, Ҡояшҡа ғына ҡарар булған. Төн етеү менән һағышланып башын аҫҡа эйгән, Ҡояш сығыу менән Күккә бағыусан булып ҡалған, ти.


2001 йыл