Көн башлана

Ауыл кисе (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 01.01.1986. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (107-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Көн башлана


Гимн уйнай...
Яңы көн башлана.
Ярһып тибә ниңә йөрәгем?
Ҡаршылағы йорттоң тәҙрәһенән
Моң түгелә, өҙөп үҙегем.
“Тыуған ерем гүзәл, иркен”, – тиеп,
Йырлай йырсы, эйе, ышанам:
Тыуған ерем, гүзәл илем минең
Моңдар һарайына оҡшаған.
Моң ағыла –
Даръя кеүек иркен,
Елдәр кеүек йомшаҡ, яғымлы,
Тыуған илдән башҡа мөмкинме һуң
Бындай наҙ, һөйөүҙе табыуы?
Юҡ, йырламай йырсы,
       ә йөрәгем
Моң тарата кеүек күңелгә…
Рәхәт икән,
      яңы көн тыуғанда
Илгә һөйөү йыры түгелһә.



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.