Көн яманы китер... Фирүзә Абдуллина.


Көн яманы китер... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Биш көн ҡалған май тыуырға –
Ҡар яуа, олой буран.
Шул буранға эсем бошоп,
Болоҡһоп ҡарап торам.

Шундай көндә иҫкә алһам,
Әсәйем ғәйеп итмәҫ:
“Көн яманы китер, балам,
Әҙәм яманы китмәҫ.

Балаларҙы гел етәкләп,
Ҡарап йөрөтөп булмай,
Яман һүҙҙән, яман күҙҙән
Бер үк һаҡлаһын Хоҙай!”

Эйе, әсәй, буран тыныр,
Ҡар иреп шаулап ағыр,
Тәбиғәттең шуҡлығына
Булырға кәрәк сабыр.

Яман әҙәмдәрҙән Хоҙай
Һаҡлаһын балаларҙы –
Яҙ ҡояшы йыуып алыр
Ерҙәге ала ҡарҙы…