Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде. Шәйехзада Бабич

Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.



Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде


Ник һыҙлайһың, күңелем, ник юҡ өсөн
Ағыулайһың минең аңымды?
Көйҙөрөп һин эстән, һис ваҡытһыҙ
Сығараһың, ахры, йәнемде.

Үҙеңде һин иҙеп янған менән,
Уйлама һин, ваҡыт үтер тип,
Ҡара төндә ҡара болот булып
Ерҙе баҫҡан зөлмәт китер тип.

Һине бәйләп тотҡан ныҡ бығауҙы
Бик тиҙ генә өҙә алмаҫһың.
Аяҡ аҫтың тулы тәрән соҡор,
Бик тиҙ йүгереп китә алмаҫһың.

Төкөр донъяһына, бул түҙемле,
Ағыулама юҡҡа тамырыңды,
Ысын ирекле алғы көн өсөн
Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!

Һөйөү, выждан, иман, хаҡлыҡ кеүек
Матур һүҙҙәр — иҫкән ел генә;
Улар — сәмауи һүҙ, күктә улар,
Уларҙы тик һөйләй тел генә.

Ҡарғалған ер үҙенең тамуғында
Әле бик күп йылдар янасаҡ,
Рыя, нифаҡ, вәхшәт һаҙлығында
Бик күп йылдар батып ятасаҡ.

Ерҙең ире — йыртҡыс, тура килһәң,
Йыртыр, нисек йырта айыуҙар.
Ҡатын — зәһәр йылан, тейә ҡалһаң,
Мәңгелеккә һине ағыулар.

Уйлама һин тиҙҙән емерелер, тип
Яҡтылыҡты япҡан таш диуар.
Бик күп йылдар әле көсһөҙҙәрҙең
Күҙҙәренән ҡанлы йәш ағыр.
_______
Зөлмәт — ҡараңғылыҡ.
Сәмауи һүҙ — күк һүҙе, изге һүҙ.
Нифаҡ — эскерлелек.


1915