Көс. Гүзәл Ситдиҡова

Көс



Йәй буйына дуҫтар менэн
Туп тибәбеҙ урамда,
Һыу буйына йүгереп төшәм
Көндә иртүк торам да.
Таң һыуында сума-сума
Уйнайбыҙ балыҡ кеүек,
Һыу инмәйсә ҡалһаҡ таңда
Ниңәлер яҙыҡ кеүек.
Бейек-бейек ағастарға
Үрмәләйбеҙ бик етеҙ,
Уҡ атырға өйрәнәбеҙ
Сәпкә тейһен тиеп төҙ.
Баскетбол кәрзинен дә бит
Туп ырғытып туҙҙырҙыҡ,
Азимут буйлап йүгереп
Ололарҙы уҙҙырҙыҡ.
Гер күтәрҙек, тәкмәс аттыҡ,
Атҡа менеп сабыштыҡ,
Кемдең урамы иң шәп тип
Йәй буйына ярыштыҡ.
Еңмәһәк тә үкенесһеҙ,
Беҙ хәҙер шундай көслө,
Физкультура дәресенән
Алып тормабыҙ өслө.
Көслө кеше һис арымай,
Уҡыу ҙа алға бара.
Ышанмайһыңмы һүҙемә?
Үҙең шулайтып ҡара!


2012