Игендәр урылған, Уңыштар йыйылған, Бесән дә сабылған, Эҫкерттәр ҡойолған. Ел менән ҡыуышып, Япраҡтар ҡойола, Осар ҡош талпынып, Китергә йыйына. Кескенә бер турғай Шатланып йыр йырлай — Минең ер — Гөлөстан, Ҡурҡмайым мин ҡыштан! Уңһам да, туңһам да, Китмәйем илемдән! Мин ғәзиз еремдән!