Көҙ килгән(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

Көҙ килгән(шиғыр). Гөлфиә Юнысова (Шиғыр )
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Көҙ килгән


 Көҙ килгән, көҙ килгән,
 Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.
 Ҡайындар, тирәктәр, талдар
 Һарынан күлдәк кейгән.
 Көҙ килгән, тиҙ килгән,
 Тиҙ килгәнен кем белгән?
 Көҙ бит, һорап та тормайса,
 Баҡсаға барып ингән.


1996 йыл