Ләүәш(шиғыр). Тамара Ғәниева

Ләүәш ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ләүәш


 Грузин кәлсәне, лаваш, ти,
 Беҙҙә ләүәш бүтән төрлөсә.
 Эремсекләп һалған сөсө бәлеш
 Табын ҙурлай эҫе көйөнсә.
 Эремсекте һөттән ҡайнаталар,
 Ҡатыҡ ҡушҡан һөттөң иретмәһе.
 Шәкәр өҫтәп утта оҙаҡ тотһаң,
 Алһыу-ҡыҙыл була төҫкөнәһе.
 Көтләп кенә сәйең яһап ебәр,
 Ләүәш килһен киндер ашъяулыҡҡа.
 «Ҡулдарыңдан һөйөн!»— тиеп өҫтәр
 Доға ҡылған берәү ашамлыҡҡа.

 


1993 йыл