Мамыҡ(шиғыр). Рәшит Шәкүр

Мамыҡ(шиғыр). Рәшит Шәкүр (Шиғыр )
автор Рәшит Шәкүр
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Мамыҡ


 Күбәләктәр осамы ни —
 Тирәк мамыҡ осора.
 Аҡ мамыҡтар, ҡанат елпеп,
 Нисек уйнай, осона.
 Ҡар бөртөгө осамы ни —
 Мамыҡ уйнай, сәселә.
 Сәсем ап-аҡ — оҡшап ҡалды
 Олатайым сәсенә.


1996 йыл