Машиналар(йомаҡ). Башҡорт халыҡ ижады

Машиналар (йомаҡ)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Машиналар


 На-на, тиһәң — атламай,
 Тр-рр, тиһәң — туҡтамай.
 Бесән һалһаң — ашамай.
 Ҡысҡыра-ҡысҡыра саба,
 Йүгереүҙән туҡтамай.(йөк машинаһы)

Ура, һуға, елгәрә,
Үҙе тейәп ебәрә.(комбайн)

Күҙгә күренмәй,
Тик шәп йүгерә,
һүндерһәң һүнә,
Яндырһаң яна.(мотоцикл)
 
Ике тәгәрмәсле арба,
Атһыҙ ҙа саба алға.(мотоцикл)

 


1988 йыл