Маһъмай(шиғыр). Бөрйән Байым

Маһъмай (Шиғыр)
автор Бөрйән Байым
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Маһъмай


Һыуыҡта илай маһъмай,
Йәшенер урын тапмай.
Ышыҡланыр өйө юҡ,
Шуғалыр ҙа көйө юҡ.
Әйҙә, ағай, сығайыҡ,
Маһъмайға өй яһайыҡ,
Һыуыҡта өшөмәһен,
Дуҫтарым юҡ, тимәһен.
Тотонғас икәү берҙәм,
Эште лә бөттөк тиҙҙән.
Инеп йылы өйөнә,
Эй, маһъмайым һөйөнә.
 


1996 йыл