Миләш(шиғыр). Тамара Ғәниева

Миләш ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Миләш


 Миләштең иң уртаһында
 Йондоҙға оҡшаш тамға.
 Ҡараса көҙҙә үҙе лә
 Оҡшаған йондоҙҙарға.
 Сейә ҡояштан һут ала,
 Ә миләш ала төндән.
 Емешен ауыҙға ҡапһаң,
 Йондоҙ һибелә күҙҙән.

 


1993 йыл