Минең иң яратҡан кешеләрем(хикәйә). Фәниә Сынбулатова

Минең иң яратҡан кешеләрем (хикәйә )
автор Фәниә Сынбулатова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Минең иң яратҡан кешеләрем


 Минең иң яҡын кешеләрем — атайым, әсәйем, ҡустым, һеңлем, ҡартатайым менән ҡартәсәйем, олатайым менән өләсәйем.
Атайым менән әсәйем — ҡустымды, һеңлем менән мине ҡәҙерләп үҫтергән, донъяны танырға, аңларға өйрәткән ҡәҙерле кешеләр.
Ҡартатайым менән ҡартәсәйем — атайымдың атаһы менән әсәһе. Олатайым менән өләсәйем — әсәйемдең атаһы менән әсәһе. Улар минең атайым менән әсәйемде үҫтереп, кеше иткәндәр. Улар беҙҙе лә яраталар һәм күп нәмәгә өйрәтәләр. Шуға күрә улар ҙа минең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешеләр.

 


2006 йыл