Минең исемем — Батыр. Исемем дә үҙемә тура килеп тора. Сөнки ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәйем. Атайым шулай өйрәтте. Һеҙҙе лә өйрәтәйемме?
Иң тәүҙә ауыртыуҙан ҡурҡмағыҙ, үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Шуға көн дә спорт менән шөғөлләнәм. Ҡыҙҙарҙы яҡлаша алмаһаң, һин ниндәй егет?
Икенсенән, аңлы рәүештә ҡурҡыу ҙа ҙур бәләләрҙән ҡотҡара. Мәҫәлән, йәшенле ямғырҙа һыу инергә, яланғас электр сымдарын тоторға, белмәгән кешеләр менән аралашырға, лифтҡа ят кешеләр менән инергә ярамай.
Өсөнсөнән, ҡараңғылыҡтан ҡурҡмайым.