Мин-көнбағыш. Гүзәл Ситдиҡова


Мин - көнбағыш


Мин көнбағыш кеүек, ҡараштарым
Төбәлгәндәр һәр саҡ ҡояшҡа,
Шуғамылыр, хатта үҙ-үҙемде
Уҙып үҫәм ҡайсаҡ бер башҡа.
Тәкәбберлек түгел, маһайыу ҙа...
Башым текә - эсәм яҡтылыҡ,
Яҡтылыҡҡа ғашиҡ булған өсөн
Кешеләрҙән көтәм яҡшылыҡ.
Минән башҡа һәр кем - минән бейек,
Минән башҡа һәр кем - пәйғәмбәр,
Юғарыға шуға - ҡарашым да,
Ҡояш кеүек - яҡшы әҙәмдәр.
Күктә күңелем,
Хыялдарым соллғап
Маңлай күҙем япһа уй-сатыр,
Күрмәй үтте, тимә, үпкәләмә,
Ҡояш булһаң - нурың туҡтатыр.


2013