Мин бирмәмен һине ятҡа. Тамара Искәндәриә

Мин бирмәмен һине ятҡа (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Мин бирмәмен һине ятҡа


Мин бирмәмен һине ятҡа!
Шиғыр бикләгәндәй ятҡа,

Доға уҡығандай ҡат-ҡат,
Мөхәббәтебеҙҙе яҡлап,

Ҡара менән яҙам аҡҡа,
Таралһын һүҙ тирә-яҡҡа:

Йоп әйләнмәгәндәй таҡҡа,
Мин бирмәмен һине ятҡа.

Ҡалһа, ҡалыр донъям ҡаҡҡа –
Мин бирмәмен һине ятҡа.

Ҡалһам, ҡалырмын оятҡа –
Мин бирмәмен һине ятҡа.

Мин бирмәмен һине ятҡа.
Мин бирмәмен һине ятҡа.