Мин бит әсәй… Фирүзә Абдуллина.


Мин бит әсәй… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 14.04.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Һөйөндөрөп, көйөндөрөп
Үҫә балам.
Балам өсөн күп нәмәгә
Күнә алам.

Үҙем өсөн әллә ниҙәр
Кәрәк түгел,
Йылмайып ҡараһа балам –
Тыныс күңел.

Ҡар-буранға, ел-дауылға
Түҙә алам,
Ышыҡтарҙа, йылыларҙа
Булһа балам.

Үҙен-үҙе яҡламай, тип
Көлөрһөгөҙ,
Балама тейеп ҡарағыҙ –
Белерһегеҙ!

Тәнҡит балама хаҡ булһа-
Туҡтатырмын,
Нахаҡ булһа, үҙегеҙҙе
Ҡыйратырмын!

…Балаларым өсөн янып
Ғүмер уҙа.
Мин бит әсәй. Сабырлыҡтар
Бирһен Хоҙай…