Моңға ураусы(шиғыр). Тамара Ғәниева

Моңға ураусы ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Моңға ураусы


Әсәй «Әпипә»гә баҫа,
Атай бейей «Байыҡ»ҡа.
Олатайға көй һайлайым,
Күңелдәре бойоҡһа.
Әле «Урал» ды өйрәнәм,
«Ҡаһым түрә» сиратта.
Ҡурайсы — моңға ураусы,
Тиҙәр ул беҙҙең яҡта.
 
 


1993 йыл