Муйнаҡ-йөҙөүсе(шиғыр). Б.Исҡужин

Муйнаҡ-йөҙөүсе(шиғыр). Б.Исҡужин (Шиғыр )
автор Б.Исҡужин
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Муйнаҡ-йөҙөүсе


 Һыуға барып төшкән Муйнаҡ,
 Йөҙөрлөк хәле бөткән...
 Камил, Шамил, Йәмил, Рәмил
 Йүгереп килеп еткән.
— Был яҡҡа йөҙ!— ти Камил,
— Юҡ, был яҡҡа!— ти Йәмил.
— Һыу йотма!— тиеп өйрәтә
 Йөҙә белмәгән Рәмил.
Шамил ғына, сумып китеп,
 Һөйрәп сығарҙы этте.
 Үҙе талдар араһына
 Кейем һығырға китте.
Атай әйтә: «Һин дә, улым,
 Шамилға ҡарап өйрән,
 Аҡыл өйрәтеүсе күп ул,
Эшләүсе генә һирәк...»


1996 йыл