Муйылдар. Гүзәл Ситдиҡова

Муйылдар


Әсәйемә һәм уның замандаштарына арнайым
Муйылҡайҙар, сабыр муйылҡайҙар,
Ҡара эшсе - ҡара ҡулдары.
Ҡупшыланып ҡала тик бер миҙгел
Аҡ үәлдәрен сөйөп юғары.
Килен туйы рәхәт килтермәй шул
Ҡара һөйәк тигән заттарға,
Өрфөй үәлен йолҡоп-йолҡалар бит -
Бер көн ергә һалып тапарға.
Уй-хистәрен тыйып ғүмер буйы,
Балҡып ала йылға бер ҡабат,
Ҡайҙан киләлер, тиң, ул нәзәкәт,
Тәлгәштәре, гүйә, - мең ҡанат.
Рәнйеүҙәрен йотоп сабыр ғына,
Ҡара көйөп түҙә муйылдар.
...Илағылар килә,
шундай килә -
Муйылдарҙың ҡыҫҡа туйында.


2012