Быйыл муйыл ғәжәп уңды. Тик йыйырға барыуы уңайһыҙ. Урман ауылдан әллә ҡайҙа алыҫта ята. Шулай ҙа бер көн йыйылдыҡ та урманға киттек. Бына урман. Муйыл ағастары беҙҙе суҡ ботаҡтарын болғай-болғай ҡаршы алды. Емешле ағастарҙы күреп, Ҡотойҙоң күҙҙәре дүрт булды. Иң суҡ муйыллы ағастарға билдә һала башланы.
Беҙ уның был ҡомһоҙлоғона хайран ҡалдыҡ. Шунан ҡул һелтәнек тә ары киттек. Бер ни тиклем алыҫлашҡас, артыбыҙҙан Ҡотой килеп етте.
— Китмәгеҙ инде. Үҙемдән ҡалған муйылдарҙы һеҙгә бирәм, — ти был.
Аҡылы алтын икән. Үҙенең ҡалдығын беҙгә бирмәксе була.