Мунса. Фирүзә Абдуллина.


Мунса. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 31.03.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Йәнекәйем бөгөн мунса яҡҡан,
Ҡоро ҡараманан утыны.
Эҫеһенән ҡолаҡ шөрөшөрлөк,
Шартлап тора ҡайнар ут-тыны.

Мәтрүшкәле ҡайын миңлек менән
Рәхәтләнеп инәм сабынып:
Тәнгә генә сихәт булыр тимә,
Хатта йәнең китер яңырып!

Мунсаларҙан сығам янып-бешеп,
Сикәләрем тора алланып.
Ожмах бында, бына ошо ерҙә,
Эҙләйһе лә түгел һайланып!

Тирләп-бешеп тәмле сәйҙәр эсәм,
Мәтрүшкәле сәйҙе ҡоротлап…
Эй хөрриәт тә һуң был донъялар,-
Эсһәң ине шуны мул уртлап!!