Мәл (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 23.12.2004.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (57-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Мәл


Күңелемдең сеңләп илағаны,
Йөрәгемдең әрнеп типкәне:
Ҡояш иретерлек мөхәбәттең
Хыялдарҙы ташлап киткәне…
Өмөт ҡаялары ыуалғаны,
Һүҙ-боҙҙарҙан хистәр туңғаны,
Наҙ һулышын
күңел һарайымдан
Әрһеҙ елдәр шашып ҡыуғаны.

Күҙҙәремдән йәш сыҡмаған мәлем,
Ауыҙымдан зарым сыҡмаған!
Тимәк,
мин йәшәйем!
Тамырҙарым
Серемәгән әле,
ныҡ һаман!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.