Мөмкин инеме ни шулай. Тамара Искәндәриә

Мөмкин инеме ни шулай (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Мөмкин инеме ни шулай


Мөмкин инеме ни шулай
Йәндән йәнгә ҡаҡлығыу?
Шишмә һыуын һондоң, тиһәм,
Һин һонғанһың татлы ыу.

Уйлай-уйлай аңлай алмам
Хыянат асылдарын.
Тормош һабаҡ бирә микән,
Алына аҡылдарым.

Хикмәт аҡылда ла түгел,
Булмаһа терәкәйең.
Һайрар ҡошһоҙ, янар гөлһөҙ
Ҡалды шул йөрәкәйем.