Мөхәббәт бит күктән бирелә. Тамара Искәндәриә

Мөхәббәт бит күктән бирелә

Мөхәббәт бит күктән бирелә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә
Ижад итеү ваҡыты: Ижад итеү датаһы, билдәле булһа. Нәшер ителгән: Баҫылыу датаһы. Сығанаҡ: Баҫтырылған сығанаҡ


Мөхәббәт бит күктән бирелә


Мөхәббәт бит күктән бирелә,
Гүйә, йондоҙ унан тирелә.
Бер үк мәлдә бер үк яҡтылыҡ
Үтә ике йәндең түренә.

Мөхәббәт бит күктән бирелә:
Ике йәндең бер үк бөрөлә
Тумалған өр-яңы хәҡиҡәт
Асасағы алдан күрелә.

Мөхәббәт бит күктән бирелә...


й.