Мөхәббәт тоҡсайы. Тамара Искәндәриә

Мөхәббәт тоҡсайы (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Мөхәббәт тоҡсайы



Тел остарыңдан тамылйып
Тамырға ғына тора –
И наҙлы гөрөлдәүҙәрең!
Шатлыҡҡа ғына юра.

Бәхеткә күрә, тип әйтһәм,
Бәхет артырға тора.
Һиңә ҡарап ҡыуанамын,
Ярһыу хис тынды ҡура.

Тойғоларға тышау һалып
Ултырмайым турһайып –
Һағындым һине,
Кил инде,
Йә, мөхәббәт тоҡсайы!