Нимә ҡалыр? Фирүзә Абдуллина.


Нимә ҡалыр? (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.03.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Кемдер йыя алтын-көмөш,
Туплай күпләп аҡсаһын да,
Затлы кейем, шәшке туны,
Дачаһы бар, аҡсаһы ла.
Яҡшы фатир, шәп машина,
Фатир һәр бер балаһына,
Сит илдәргә сәйәхәттәр,
Хужа ярты ҡалаһына…
Кемдер өсөнн донъя малы
Иң ҙур ҡиммәт, иң ҙур байлыҡ.
…Әйтер ине әсәкәйем:
“Донъя малы тик бер айлыҡ!”
Тик бер айлыҡ…
                        Ғүмеребеҙ
Бер мәл генә, миҙгел генә,
Һәр көн һайын иҫем китә
Ай-йылдарҙың тиҙлегенә.
Һай, был ғүмер!
                          Байлыҡ та юҡ,
Һаулыҡ та юҡ. Үтеп бара,
Матур-матур миҙгелдәрем
Үткәндәргә китеп бара.
Үҙебеҙ ҙә берәй ҡасан
Үткәндәргә юл алырбыҙ,
Был донъянан юғалырбыҙ,
Ниҙәр генә ҡалдырырбыҙ?
Булмаҫ инде алтын-көмөш,
Касса тулы аҡсаһы ла,
Фатир менән машинаһы,
Дачаһы ла, баҡсаһы ла…
Ҡомһоҙланып, ҡосоп алып,
Кемдәр генә донъя көтмәй?
Онотмайыҡ: донъя малын
Бер кеше лә алып китмәй.
Мин киткәндә , илап ҡалһа,
Яҡшы һүҙҙән телгә алһа,
Ҡәберемә сәскә һалһа,
Йылдар үткәс, иҫкә алһа
Балаларым, яҡындарым,
Туғандарым, таныштарым –
Йәнем булыр урынында,
Баҫылырҙар һағыштарым.
Матур эҙҙәр ҡалһын өсөн,
Эх, йәшәйһе батыр, сабыр!
Яҡты иҫтәлегем булып,
Шиғырҙарым ерҙә ҡалыр.
Аҡыл-кәңәштәрем булып,
Изге хәтирәләр булып,
Яҡты иҫтәлегем булып
Шиғырҙарым һеҙгә ҡалыр…