Нисә ҡаҙ, нисә бәрәс?(шиғыр). Тамара Ғәниева

Нисә ҡаҙ, нисә бәрәс? ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Нисә ҡаҙ, нисә бәрәс?


 Беҙҙең ишек алдында
 Ҡаҙҙар ҡанат ҡағына.
 Һикерешә бәрәстәр —
 Бигерәк бәләкәстәр.
 Бәрәстәр һаны — һигеҙ,
 Ә аяҡтар ҡырҡ һигеҙ.
 Нисә бәрәс, нисә ҡаҙ?
 Яуабын тиҙерәк яҙ!

 


1993 йыл