Ҡасандыр ерҙә Нурйән исемле бик яҡшы бер кеше йәшәгән. Туҡһан туғыҙ йәшендә тирмәһенә өс улын саҡырып алған да:
— Ғәзиз балаларым Сабит, Ғәбит, Хәмит! Мин үлгәс, бөтә байлыҡты тигеҙ итеп бүлешегеҙ! Татыу йәшәгеҙ,— тигән.— Ә бына был туҡһан туғыҙ алтын аҡсаны кеше күрмәгән ергә йәшереп ҡуйығыҙ. Бик мохтаж саҡта ғына алырһығыҙ.
Шулай тигән дә ҡарт донъя ҡуйған. Туғандар атаһының васыятын үтәгән. Улар матур
ғына йәшәп алып киткән. Ләкин бына кинйә Хәмит кенә, ялҡау дуҫтар табып, ваҡытын бушҡа үткәргән. Мөлкәтен туҙҙырған, әрәм- шәрәм иткән.
Көндәрҙән бер көндө Хәмит бер нәмәһеҙ тороп ҡалған. Сабит менән Ғәбит, ҡустыларының хәленә инеп, кәрәгенсә тағы мал бүлеп биргән, ләкин тиҙҙән илгә йот килгән. Ас-яланғас тороп ҡалған туғандарға әлеге туҡһан туғыҙ алтын тәңкәне йәшергән ерҙән эҙләп алыуҙан башҡа әмәл ҡалмаған. Алтындарҙы һанап ҡараһалар, иҫ-аҡылдары киткән быларҙың. Сөнки тәңкәләр алтмыш алты ғына икән!
— Аҡсаларҙың бында ятҡанын беҙҙән башҡа бер кем дә белмәй. Тимәк, аранан кемдер алған,— тигән Сабит.— Бер-береңә ышанысты юғалтҡас, артабан ҡалай йәшәмәк кәрәк? Әйҙәгеҙ, бергәләп атайҙың дуҫы Белдекәйгә барайыҡ. Ул хөкөм итһен беҙҙе!
Белдекәй уларҙы бик яҡшы ҡаршылаған, иғтибар менән тыңлаған.
— Нурйән дуҫымдың ҡайһылыр улы ҡараҡ икәнлегенә ышанғым килмәй. Ләкин ғәйебегеҙ юҡлығын миңә иҫбат итегеҙ. Атайығыҙҙы ҡәберҙән ҡаҙып алып, һаҡалының өс бөртөгөн йолҡоп килтерегеҙ миңә,— тигән.
Туғандар уйға ҡалған. Иң элек Сабит телгә килгән:
— Мин ҡараҡ түгел. Ләкин мин атайымдың һөйәген борсой алмайым.
— Мин дә уғры түгел,— тигән Ғәбит,— мин дә һеҙгә буйһонмайым, Белдекәй. һеҙҙе иң аҡыллы кеше, тип килдек. Ә һеҙ атайыбыҙҙың ҡәберен ҡуҙғатырға ҡушаһығыҙ!
— Ә мин,-— тигән шунда Хәмит,— ҡараҡ булмаһам да, Белдекәйҙең үтенесенә ҡаршы түгел.
Сығып китергә ынтылған егеттең юлына арҡыры төшкән Белдекәй.
— Ашыҡма, Хәмит,— тигән ул.— Хәҙер инде миңә алтындарҙы һинең алғанлығың көн кеүек асыҡ. Атаһының ҡәберен аҡтарырға әҙер кеше алдай ҙа, урлаша ла ала ул.
Хәмит аҡһаҡал алдында ағарынып баҫып торған да, йөҙөн ҡаплап, сығып йүгергән. Шунан һуң уны бер кемдең дә, бер ерҙә лә күргәне булмаған.
Ә Хәмиттең ағалары Белдекәйгә рәхмәт әйтеп, алтындарын йөкмәп ҡайтып киткән. Улар башҡа бер ҡасан да ыҙғышмаған.