Омонимдар: Муйынса. Гүзәл Ситдиҡова

Муйынса
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Омонимдар» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 1994.


Муйынса



Байһың да һин, энәлек -
Ҡуйының шау энәлек,
Тәлгәшеңде бир миңә
Бер биш-алты энәлек.
Энәң менән тегәйем
Миләштәрҙән муйынса,
Миләш һаран, маһая,
Мин һоранам, уйынса.
- Ана бит йомарт балан,
Арыраҡ ҡара, балам.
Муйынса теҙерлекме -
Баланды ҡарап алам.
Йомарт ул тиеү менән -
Һытыла тейеү менән!


2012