Онотолған енәйәт йәки үткәнде иҫкә төшөрөү

Онотолған енәйәт йәки үткәнде иҫкә төшөрөү
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1921. Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.



Ғәли, бик ыҫпайланып-ҡупшыланып, һауыт-һаба кибетендә үҙенә кәрәкле нәмәләрҙе һайлап алып йөрөй ине.

Ул ғүмерендә бер ҙә үкенерлек эш эшләмәгән, саф, таҙа кешеләр төҫлө хәрәкәт итә. Бөтә нәмәләрҙе онотоп, барса уйҙарын шундағы ала торған нәмәләргә биреп, етди һүрәттә нәмәләрҙе аҡтара ине.

Шул ваҡытта иҫкерәк кенә кейем кейгән, йәшкелт шәл ябынған бер ҡатын килеп керҙе. Был ҡатындың, һуң дәрәжә мәшәҡәт һәм михнәттә торғаны ҡыланышынан мәғлүм, үҙе күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыларҙы йоторға тырышҡаны хәрәкәт һәм күҙҙәренән билгеле ине. Кереп аҙ ғына тирә-яғына ҡарап алғас, Ғәлиҙең ҡаршыһына килеп туҡтаны.

Ғәли, был ҡатындың йөҙөнә һәм хәрәкәтенә ҡарап, таныш бер кешегә төҫмөрләне. Был сәфиләне йәки быға оҡшаған икенсе бер кешене ҡайҙа булһа ла күргән төҫлө булды. Был ҡатын ғәйәт диҡҡәт менән текәлеп-текәлеп Ғәлигә ҡарай башлағас, Ғәлиҙең бөтә тәне сымырҙаны. Ҡәлбенә һалҡын һыу ҡойған һымаҡ булып китте. Йөҙө ағарҙы, күңеле хәрәкәтләнә башланы. «Мин быны ҡайҙалыр күргәнмен?»— тип үҙенә-үҙе сөәл биреп, үткән ғүмерҙәрҙе уйларға кереште. Күңеле бынан биш йыл юғарыға күсте. Бына шунда был ҡатындың кем икәне ҡылт итеп иҫенә төштө.

...Ә... был теге икән... Нисек был дәрәжәлә йәмһеҙләнгән? Ул матур ғына ине, бисара!.. Ни эшләп был ҡәҙәр насарланған, һарғайған?..

Ғәли бына шулай, был ҡатынды башта төҫмөрләп кенә ҡуйһа ла, ахырҙа тамам кем икәнен белде. Был сиркен онотолған төҫ Ғәлиҙең үткәндәге эштәрен күҙ алдына килтереп һалды. Ғәли инде бында ниңә генә кергәненә, ҡайҙан гына тура килеп осрашҡанына үкенә башланы.

Инде, күҙҙәрен көсләп булһа ла әйләндереп, был ҡатынды күрмәмешкә һалышып, икенсе тарафҡа боролдо. Гүйә, унда нәмәләр ҡарағанға һалышты. Ләкин инде уның күңеле бер ҙә ала торған нәмәлә түгел, бәлки, бынан биш сәнә мөҡәддәм булған һәм үткән хәтирәләрҙе аҡтарыуҙа ине.

Ғәли, аптырағанлыҡтан, бер ҙә үҙенә кәрәкмәй торған нәмәләрҙе тота, бер ҙә урынһыҙ ерҙә һатыусыға сөәл бирә башланы. Диҡҡәт менән уның төҫөнә, хәҙерге хәрәкәтенә ҡараған кеше уны бер күреүҙән үк уның бер ғәйебе, үткән ваҡытта ҙур бер енәйәте булғанлығын белерлек ине.

Хәҡиҡәттә, ул был ҡатынды тамам онотҡан, уның ер йөҙөндә икәнен белмәй ине. Был онотолған төҫтөң күңелгә ултырып ҡалған һүрәте, шул биш йыл әүәлдәге хәленсә, ялт итеп, бының күңеленән кире сыҡты. Урынында ҡатып ҡалған көйөнсә, был ҡатындың боронғо матурлығы һәм сибәрлеге менән был көндәге тормош һәм һүрәтен сағыштырып ҡарарға кереште. Был ул ваҡытта ниндәй матур ине!.. Хәйер, ул ваҡытта ҡатын түгел, бәлки, ҡыҙ сағы ине шул!..

Шундай уйҙар менән, бер аҙ торғас, әйләнеп ҡараны. Ҡатын һаман бының алдында текәлеп ҡарап тора ине.

Был һаман белмәмешкә, күрмәмешкә һалынды, ләкин үҙе һаман ҡыҙара, бүртенә ине. Икенсе ҡарағанда, алдында торған был ҡатынды күреү менән, ер аҫтына төшөп китерлек булды. Әллә нисек үҙен әшәке, ғәйепле төҫлө итеп һиҙә башланы. Ҡатын, шулай насар ғына кейемдә булһа ла, уның яғында ҙур бер көс бар рәүешле булып, Ғәли шул көскә еңелә башланы. Ул көс — хәҡиҡәт ине.

Ғәлиҙең эсе бошорға, уны выжданы иҙергә, борсорға кереште. Ул, инде тиҙерәк эште бөтөрөп, бынан китеүҙе, теге ҡатындың, бөтә вөжүденә, энә кеүек сәнсеп бара торған күҙенән юғалыуҙы теләй, ләкин алған әйберҙәрен сырнатып алғансы, бер аҙ ваҡыт кәрәк ине.

Ул асыуланды. Бөтә магазиндағы кешеләрҙе ҡырып бөтөрәһе, ҡулынан килһә, теге ҡатынды юҡ итеп ташлағыһы килә башланы. Был да етмәһә тағы, теге ҡатын бик диҡҡәт һәм аҙ ғына йәшле күҙе менән ҡарап:

— Ә, һин икәнһең! Мин таный алмай ҙа торам,— тине лә, һулап ҡуйҙы. Ҡатындың был һүҙе Ғәлиҙең йөрәгенә уҡ менән атҡан төҫлө булып ҡаҙалды.

Ҡатындың һүҙен ишетмәмешкә һалышты. Ләкин выжданы:

— Ә, инде белмәмешкә һалышаһыңмы? Теге ваҡытта бик яҡын күргән ҡыҙҙы инде күҙ алдыңа ла килтерәһең килмәйме?— тине. Ғәли, күңеленән үҙенә-үҙе яуап биргән рәүешле итеп: «Юҡ, мин бит ул ваҡытта йәш инем. Йәшлек менән генә булған эш был. Бөгөн мин нисек тә, был ҡатын нисек?.. Өҫтөнә ҡарарға ла ерәнерһең бит! Ул мине боронғо ваҡыттағы Ғәли тип уйлай торғандыр...»— тине. Ҡатын тарафынан да әллә ниндәй бер көс, ҡатын өсөн яуап биреп: «Һин бик әллә кем булып китмә! Уның шул хәлдә ҡалыуына бары һин генә сәбәп булдың түгелме?.. Ул кем дә, мин кем тигән булаһың. Һин аҙ ғына байлыҡ менән ҡабарып йөрөүсе бер выжданһыҙ нәмә түгелме һуң? Ул ҡатын, ҡараған ваҡытта ерәнерлек булһа ла, саф выждан эйәһе, ләкин һин уны алданың ғына»,— тине.

Биш-алты минутлыҡ ваҡыт Ғәлигә бик оҙаҡ һәм үтмәҫ кеүек тойолдо. Тиҙерәк әйберҙәрен сырнап биреүҙе үтенде лә, үҙе ситкәрәк китте.

Ҡатын ике күҙен һаман бының артынан йөрөтә, уға күҙҙәрен тултырып, әйләндереп ҡарай ине.

Ғәлигә алған нәмәләрен сырнап-төрөп бирҙеләр. Инде ҡотолдом тип, тиҙ генә сығып китмәксе булғайны, ләкин теге ҡатын, күҙҙәрен йәшләндереп:

— Инде мине танымайһың да икән!— тине.

Был һүҙгә Ғәли тамам ҡыҙарҙы, бүртенде, уның өҫтөнә, магазиндағы кешеләр ҙә Ғәлигә ҡарай башланылар. Ғәли һаман белмәмешкә һалышып сығып китмәксе булғайны, ҡатын:

— Ҡайҙа ҡасаһығыҙ? Элек бер ҙә улай түгел инегеҙ...— тине. Ғәли аптырап, ҡыҙарып:

— Был ниндәй нәмә?.. Һис күргән кешем түгел, бәйләнеп тора!— тип сығып китә башланы, теге ҡатын:

-— Хәйер, мине был хәлдә күргәс, таный алмаҫһығыҙ... Минең боронғо матурлығым юҡ, ләкин минең түккән күҙ йәштәрем һине ҡотҡармаҫ. Бөтә тирә-яғым минең мазлума икәнемә шаһит, гонаһ, енәйәт кем тарафынан икәнде беләләр!— тип һөйләнеп ҡалды.

Ғәли сығып китте.

Ғәли магазиндан әйбер алып сыҡманы, бәлки ҡайғы-хәсрәт тейәп сыҡты. Магазиндан сыҡҡас, иркенләп тын алды Ҙур бер бәләнән ҡотолған рәүешле, тиҙ-тиҙ атлай башланы. Ул, әле һаман үҙенең ҡайҙа барғанын белмәй,бик тәрән уйға батып, бынан биш йыл элек булған бер эш хаҡында уйлай ине.

Ул бынан биш йыл элек булған шомло ваҡиғаны күңеленән сығарып ырғытырға теләй, ләкин муафәҡ була алмай ине.

Был онотолған төҫ бер-ике йыллыҡ үткән ғүмерен мөжәссәм һүрәттә күҙ алдына килтерҙе. Был һүрәт инде, хәҙерге ҡыҙғаныслы һәм йәмһеҙ көйөнсә, бының күңеленә кереп ултырҙы.

Ул, инде бынан биш йыл әүәлдәге кеүек, фәрештә сифатында мөхәббәт менән түгел, бәлки, ен һүрәтенә кереп, кәкре тырнаҡтар менән бының йөрәген тырнай, урынынан ҡуптара башланы.

Инде Ғәли үҙенең үткәндәге бәхетһеҙ танышлыҡты уйлап, теге ҡатынға ҡаршы бөтмәҫ-төкәнмәҫлек булған бер дошманлыҡ һәм нәфрәт һиҙә ине. Бер йәһәттән, онотолған төҫтөң биш йыл әүәлдәге матурлыҡтары һәм уның менән ҡылған вәғәҙәләре-фәләндәре, «мин һине алырмын...», тип әйтеүҙәре иҫенә төшөп, йәшен төҫлө ялт итеп китә һәм икенсе яҡтан: «Ул ваҡыт үткән дә киткән, инде мин ул ҡатынға тиң түгел, мин кем дә, ул кем?.. Әле шул ҡәбәхәт көйөнсә һүҙ ҡушҡан була бит! Әйтерһең, мин ғәйепле?»— тип үҙенә тәсәллә бирә, үҙен ғәйепһеҙ-ниһеҙ итеп ҡалдырырға теләй ине. Ләкин уның был килешһеҙ уйҙарын выждан килеп тар-мар итә вә әйтә ине:

— Юҡ, егет! Ул һиңә мөстәхиҡ һәм тиң булмаған икән, ни өсөн башлап мөхәббәт иғлан ҡылдығыҙ? Ул рәд ҡылғанда, айҙарса йөрөп, үҙеңде яратырға өндәнең. Ул һиңә илтифат итмәгәндә, ул әйләнеп тә ҡарамағанда, бөтә ваҡытыңды шуны әйләндереү юлына сарыф иттең. Бөтә вөжүдең менән шуға бирелдең. Уйлап ҡара әле!.. Уның мөхәббәтен йәлеп ҡылыр өсөн ни эштәр ҡылманың... Уға ниҙәр вәғәҙә ҡылманың? Бисараны мәңге сәғәҙәттә йәшәтергә өҫтөңә алдың түгелме? Бөгөн уны күрергә нәфрәтләнәһең! Уның сәғәҙәт вә рәхәтен мәхү итеүсе кем? Уның ниндәй хәлдә ҡалыуын күҙенән тәгәрәп төшкән ике бөртөк йәше белдерә. Сәфилә булған һәм бәхетһеҙ булыуына шул тормош һәм ҡиәфәте шаһит. Ул һаман һине онотмаған, һине күргәндә күҙ йәшен ҡыҙғанмай,— ти ине.

Ғәли үҙ-үҙенә: «Мин бер нәмә лә булмаҫ тип, уйнап ҡына йөрөгәйнем. Ул ваҡытта ла уны алыу, бергә тороу ниәтем юҡ ине. Ҡыҙҙар менән егеттәр араһында ундай хәлдәр була инде. Бәхетһеҙ булған икән, алланың тәҡдиренән күрәһең. Әйтерһең, уны мин шулай ярлы итеп ҡалдырған? Мин ҡыҙғаныу менән инде ни файҙа?»— тип уйлағас, теге выждан киҫәге: «И бисара, татар! Алыр ниәтең булмағас, шулай алдап харап итәләрме ни? Уйнап ҡына йөрөргә ул бит бер-ике тинлек уйынсыҡ түгел. Һин уны уйынсыҡ төҫлө күргәс тә, ул ундай түгел. Үлсәп, сағыштырып ҡарағанда, ул һинән нисә дәрәжә артыҡ икәнен беләһеңме? Һин исемен сығарып ҡалдырмаһаң, ул бер ҙә был хәлгә төшмәйәсәк ине. Ул, бисара, бик ҡыҙғанырлыҡ хәлдә лә бит, ләкин һиндә уны ҡыҙғанырлыҡ мәрхәмәт һәм шәфҡәт юҡ»,— ти.

Ғәли үҙен ни саҡлы йыуатырға, гонаһһыҙ итеп ҡалдырырға тырышһа ла, үҙен-үҙе йыуата алмай ине. Ул ни саҡлы оноторға, ул ҡатындың вөжүден күңеленән сығарып ташларга теләһә лә, сығара алмай йонсой ине. Ул ҡулындағы нәмәләрҙе тамам онотто. Баҙарҙан аласаҡ башҡа нәмәләре хәтеренән сығып, туп-тура өйөнә табан атлап бара ине. Уның күңеленә ул ҡатындың гөл кеүек матур ҡыҙ саҡтары, уны беренсе күреү менән яратҡан төҫлө булыуы, татарҙар ғәҙәтенсә, бер ҙә урынһыҙ, танымаған ҡыҙға ҡаш һикертеп, уны алдарға ижтиһад итеүе, үҙен һәр ваҡытта уға күрһәтергә тырышыуы килде. Ул бер ҙә илтифат итмәгәс, шул ләғнәт ҡыҙҙы ҡулға төшөрмәй ҡуймам, тип, бик килешһеҙ ант һәм шарт итеүҙәре, йәнем, йәнәшем, тип хаттар яҙыуын хәтерләне. Нисә айҙарҙан һуң бисара ҡыҙҙың: «Алыр булһаң, йөрөрмөн, юғиһә минең артымдан йөрөмә!»— тип ҡыҫҡа ғына яуап биреүҙәре, был инде — эшем беште тип, «алырмын» тип вәғәҙә ҡуйыуҙары, бына шунан һуң бер-береһе менән күрешә башлап, ҡыҙҙың илай-илай: «Мин һиңә ышандым, мине алырһың инде, минең һинән башҡа торор хәлем юҡ!» — тип әйтеүҙәре, бер аҙ ваҡыттар йөрөгәс, үҙенең биҙә башлауы, ҡыҙҙың дәхи илай-илай хат яҙыуҙары берәм-берәм Ғәлиҙең күңеленән килеп үттеләр. Күңеле эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул, был көндә ил араһына керә башлаған, халыҡ араһында һүҙе лә үтә башлаған бер кеше булғанға күрә, үткәндәге был эштәр менән ике арала мөнәсәбәт тапмай ине.

Ул үҙен бик таҙа бер татар, тип уйлағанға күрә, теге енәйәте иҫенә төшкәс, үҙе лә ғәжәпһенде.

Ғәлиҙең күңеле, выжданы мөғәззиб, вөжүде искәнжә араһында ҡыҫылған кеүек, ике ҡеүәт араһында ҡыҫылған көйөнсә бара, теге ҡатын:

— Туҡта әле, туҡта!— тип артынан килеп йәбешер төҫлө була ине. Ул ни саҡлы үҙенә бер төҫлө тәсәллә бирергә ижтиһад итеп ҡараһа ла, күңелен баҫа алманы. Үткәндәге эшенә үкенгән, был онотолған төҫтө күргәненә янған көйөнсә, өйөнә ҡайтып керҙе.

Өйгә ҡайтып кергәс: «Алмаҫ булғас, ниңә әллә ниндәй вәғәҙәләр менән алданың? Уға енәйәт ҡылған да, инде ул енәйәт ниңә онотолған? Мин бит ысындан да һөйә инем, ниңә һуң мин уны был хәлдә ҡалдырып киттем?»— тип уйлай башланы. Бер аҙ өйҙә ултырғас, ҡатынының да өйҙә юҡлығын форсат белеп, дүрт-биш йылдан бирле ҡутарылмаған, ҡулын да тейҙермәгән нәмәләре араһында һаҡланған бер мәктүбте алып уҡый башланы.

«…Һөйөклөм! Мин һиңә иң һуңғы мәктүбемде яҙамын. Мин хәҙер һиңә «Һөйөклөм» тип хитап ҡылырға намыҫланамын. Шулай булһа ла, иҫке мөхәббәттәребеҙ иҫкә төшөп, «Һөйөклөм» тип яҙа башланым. Ваҡиғда, һиңә хыянатсы, алдаҡсы бер намыҫһыҙ, тип хитап ҡылырға кәрәк ине. Дөрөҫ, мин был хатымдың да башҡалары кеүек, яуапһыҙ ҡалыуын беләм. Татарҙарҙың ҡатын-ҡыҙҙы уйынсыҡ рәүешле итеп, ҡыҙыҡ өсөн генә йөрөгәндәрен бик асыҡ белдем. Ләкин аҡтыҡ һүҙҙәремде аҡтыҡ хатым менән үҙеңә белдерәһем килә. Ике бөртөк күҙ йәшем, ҡағыҙ өҫтөнә тамып, эҙ ҡалдырҙы. Мин һәр ваҡыт шулай йәш түгеүҙә. Был йәш түгеүҙәрем инде һине яратҡанлығымдан, һиңә мөхәббәт иткәнлегемдән түгел, бәлки, һиңә һуң дәрәжә асыуымдың, үҙемдең алданыуымдан түгелә торған йәштәр.

Юғиһә һинең төҫлө түбән нәмәгә бара алмауым өсөн йәш түгеү түгел. Был хаҡта булған ҡайғы-хәсрәтемде әҙәм ҡеүәте күтәрә алмаҫ. Мине ниһайәте булмаған бер гәр даб ҡалдырып киттегеҙ. Миндә онотолмаҫ бер асы, уңалмаҫ бер йәрәхәт ҡалдырҙығыҙ... Минең мөхәббәт һәм вәсәдәҡәтем тәхҡир ителде. Һине бының өсөн һис ғәфү итмәм. Һине бындай эштәргә тәнәззел итер, тип уйламай инем. Аһ, һин миңә ниҙәр эшләнең! Белһәң, теләһәң, тыңла!..»

Ғәли хатты был ергә ҡәҙәре уҡып тамам янды, тирләне, беште. Үҙендә был хатты яҙыусыны ҡыҙғаныуҙы хис итте. Ул был эштең онотолған бер енәйәт, ғәфү ителмәҫлек бер ҡәбәхәтлек икәнен бик асыҡ белде. Был эш ысындан да онотолған енәйәт ине. Теге магазинда ҡатынды күрмәгән булһа, ихтимал, мәңге шул онотолған көйөнсә ҡалыр ине. Көтөлмәгән бер тәсәдеф был онотолған енәйәтте яңынан тәкрар күҙ алдына килтерҙе. Ғәли, шул эштәрен уйлап, ысындан да был — онотолған енәйәт тип, яңағына таянып, уйға ҡалды.

ЗӘЙНӘП

Зәйнәп, ата-әсәһенең ярлылығына ҡарамайынса, үҙенең тырышлығы менән уҡыған, ҡул һөнәрҙәре өйрәнгән ине.

Ғәйнетдин карттың өй эсе төрлө йыһаздар, матур мебелдәр менән матурланмаған, бәлки, ошо матур ҡыҙы Зәйнәп менән генә матурланып тора ине. Зәйнәптең килешле кәүҙәһе, матур йөҙө, оҙон томра ҡара сәсе, ҡып-ҡыҙыл ирендәре араһынан теҙелеп күренеп торған, ынйы кеүек, матур тештәре өҫтөнә — әҙәп даирәһендә үҙен тота белеүе, килешле ҡыланыштары уны бигерәк күркәм итә ине.

Ул кеше араһында үҙен тота белә, барлы-юҡлы кейемдәрен килештереп, ыҫпайлап кейенә ала, һүҙҙәрҙе тәртибе менән генә һөйләй, баҫынҡы ғына бер ҡыҙ ине.

Ул инде, еткән ҡыҙ булғанға күрә, уҡыуҙан туҡтаған, хәҙер өйҙә генә тора, үҙ ихтыяры менән теләгән китаптарҙы уҡырға ярата, уҡыуҙан һис туймай ине.

Зәйнәп, һәр көн иртән торғас та, өй эсен яҡшылап йыя ла, ҡул эштәренә керешә. Бынан да ялҡып китһә, үҙенең китаптарын уҡый башлай ине.

Ғәйнетдин ҡарт үҙе һәр көн эштә була, әсәһе ҡайҙалыр үҙе рәүешле ҡатындар менән һөйләшеп ултырырға китә. Шулай итеп, Зәйнәп күп ваҡытта өйҙә яңғыҙ ғына ҡала торған ине. Өйҙә яңғыҙ ҡалғас, әллә ниҙәр уйлана башлай, ауыҙ эсенән генә көйләп йырларға керешә, моңло тауышы менән йырлап бөткәндән һуң, бәғзе ваҡытта илап та ҡуя торған ине.

Ул үҙ иптәштәре араһында кейем-һалымда, тормошта түбән булғанлығы өсөн, күңеле төшөнкө була, яратылышта уларҙан кәм булмай, тормошта ғына уларҙан кәм булыуын уйлай ине. Ул күп ваҡытта уйлана, бер нәмәһе кәм төҫлө, әллә нәмәне юҡһына ине.

Бәғзан ата-әсәһенең:

— Ҡыҙыбыҙ үҫте инде, яҡшы кейәү сыҡһа, бирер ваҡыт та етте,— тигән һүҙҙәрен ишетә, тағы күңеле үҙгәрә, киләсәктәге кейәү буласаҡ кеше тураһында уйларға керешә ине. Күңеленән, «минең кеүек ярлы ҡыҙға ниндәй йүнле кейәү сыҡһын? Илаһым, ярлы булһа ла, уҡыған ғына бер тәүфиҡле кеше тура килһә ярар ине», тип уйлай. Бына тәһәрәт алып, намаҙ уҡып, алланан теләк теләй, дәхи илап теләктәрен тамам итә ине.

Ул кейәү буласаҡ кешене бер хәлфә итеп фараз ҡыла, уның төҫ һәм кәүҙәһен күҙ алдына килтерә, уның менән мөхәббәтле вә татыу тороуҙарҙы, рәхәттәрҙе уйлай ине.

Уның күңелендә, бик матур фәс менән жөббә кейгән оҙон ғына буйлы, аҡ сырайлы, ҡара ғына ҡашлы, йомшаҡ һүҙле бер һүрәт урынлашҡан һәм ул мәфрүз һүрәт менән тамам өлфәт хасил иткән ине. Ул һаман шуны күҙ алдына тәжәссем иттереп ултыртып ҡуя, уның менән рәхәтләнеп һөйләшкән була, уға үҙенең яратыуҙарын һөйләй, үткән хәлдәрен илай-илай хикәйә ҡыла ине. Бәғзан уның эсен әрнетә торған эштәр ҙә булып ҡуя ине.

Беҙҙең халыҡта бер сибәрерәк ҡыҙ булһа, уға күҙ һалған әллә ни тиклем ҡарғалар булалыр. Бына Зәйнәпкә лә шулай ситтән күҙ һалып, күңелдәренән өмөт итеп йөрөүселәр булғанға күрә, улар үҙҙәренең килешһеҙ булған маҡсаттарын урамда, Зәйнәпкә осрағанда, ишара менән белде¬рергә теләйҙәр, йәки бик насар хаттар яҙып ебәрәләр. Бигерәк әҙәпһеҙҙәре һыҙғырып ҡалалар, шулай итеп, Зәйнәптең кәйефен ебәрәләр ине. Ул башта уларҙың был мөғәмәләләренә сыҙай алмай, илай торған булһа ла, бара торғас, был әҙәпһеҙ егеттәрҙең һыҙғырыуҙарына, ваҡ-төйәк һүҙҙәр ҡушып ҡалыуҙарына, теләһә нәмәләр яҙып, хат төҫлө нәмәләр ебәреүҙәренә сабыр итеп, илтифатһыҙлыҡ менән яуап бирә башланы.

Ул үҙенең матурлығын белә, ләкин теләһә кемгә ҡурсаҡ булыу өсөн яратылмағанын да аңлай ине.

Бер көн Зәйнәптәргә бер ҡарсыҡ килеп, бик оҙон мөҡәддәмәләрҙән һуң, Фәсҡи тигән егетте маҡтай, ҡыҙ алырға теләгәнен һөйләй башланы. Шаршау эсендә тыңлап торған Зәйнәп, был һүҙҙәрҙең ҡайҙа барып терәлгәнен бик яҡшы белгәнгә күрә, ҡарсыҡтың һүҙен дәхи диҡҡәт менәнерәк тыңлай башланы. Ҡарсыҡ, бара торғас, ни өсөн килгәнен дә әйтә башлағас, Зәйнәп, аулаҡ ергә сығып, үкһей ҙә башланы. Зәйнәптең кейәү өсөн беренсе тапҡыр үкһеп илауы ине. Башта уҡ бындай кешенән яусы килгәнде күргәс, Зәйнәп үҙен бәхетһеҙ хисап итте.

...Бына йөҙө ҡара ҡарсыҡ, кемдән ҡоҙа булып килгән бит! Теге, тапҡан бер аҡсаһын эсеп бөтөрә торған Фәсҡи!?. Әй раббым, мин шундай насар кешеләр өсөн яратылғанмынмы ни? Мин шуның менән тиң вә уға көфү микән ни?— тигән уйҙар күңеленән кисте. Зәйнәп, теге яусы киткәс, өйгә кергән ваҡытта, ике күҙе шешенгән, төҫө үҙгәргән ине. Әсәһе, Зәйнәптең ни өсөн илағанын белеп:

— Илама, балам, илама... Бында Фәсҡи өсөн үҫтергән ҡыҙым юҡ. Бына һин оятһыҙ нәмә!.. Оялмай, шул көйөнсә ҡыҙ һоратырға ебәргән Фәсҡигә ҡара ла, уның һүҙе менән йөрөгән был яуыз ҡарсыҡҡа ҡара!..

Әсәһенең был һүҙе Зәйнәпте яҡшы ғына йыуатты. Уны бик ҙур тотҡонлоҡтан ҡотҡарған төҫлө булды. Шулай ҙа Зәйнәптең күңеле ғәйәт төшөнкө, бойоҡ ине.

Ғәйнетдин бабай эштән ҡайтҡас, ишектән кереү менән, әбей Зәйнәпкә яусы килгәнен, кемдән икәнен теҙеп һөйләп бирҙе.

Ғәйнетдин, ғәҙәте буйынса башын ҡашып, бер аҙ уйлап торғас:

— Ҡыҙ булғас, өйгә яусы килеүе ғәйеп түгел, бында ла Фәсҡи төҫлө йүнһеҙ пианистың ҡыҙ һоратып яусы ебәреүе килешкән эш түгел. Фәсҡигә ҡыҙ биргәнсе, бер эткә бир — барыбер. Үҙе ише төҫлө шаталаҡ ҡыҙ бөтмәгәндер бит,— тине. Зәйнәп, атаһының да бирергә ниәте юҡлығын белгәс, шатланды. Бөгөн, шатлығынан, төн буйына йүнле йоҡлай ҙа алманы. Уның күңеле һаман теге хәлфәнең тәжәссем иткән һүрәте менән мәшғүл ине.

Бер көн кис Ғәйнетдин, эштән ҡайтҡанда, хариҡылғадә улараҡ, көн дә алып ҡайта торған нәмәләрҙән башҡа, ашамлыҡ нәмәләре алған, шатланған көйөнсә ҡайтып керҙе. Бөгөн уның һүҙҙәрендә, хәрәкәтендә көндәгегә ҡарағанда башҡалыҡ бар ине, башта уның, ни өсөн нәмәләр алып, шатланып ҡайтыуының сәбәбен әбей ҙә белә алманы. Ни өсөн шатланғанын һорап ҡараһа ла, был сөәленә бабай: «Ни шатлыҡ булһын? Бер ни ҙә юҡ»,— тип ҡырт киҫте.

Зәйнәп тышҡа сығып китеү менән: «Ҡарсыҡ, һөйөнсө! Зәйнәпкә иртәгә Ғариф байҙан яусы килә. Әҙерләнеп торорға кәрәк»,— тип, бабай әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән Зәйнәп килеп керҙе. Зәйнәп кергәндә, әбейҙең дә төҫө үҙгәргән ине. Бөгөн мотлаҡан бер шатлыҡ барлығын ата-әсәһенең хәрәкәте белдереп тора ине. Инде улар Зәйнәпкә:

— Ҡыҙым, бәхетле икәнһең!— тип телдәре менән әйтмәһәләр ҙә, күҙ ҡараштары менән әйтәләр ине.

Әсәһе был көндө бөтә ҡыланыш һәм хәрәкәттәрен үҙгәртте. Ашау-эсеү нәмәләрен мул һәм ҡыҙғанмаған рәүешле тота башланы. Гүйә, быларға был көндән ғәйеп хазиналар асылған да, тамам байыған кешеләр төҫлө ҡыланалар ине.

Был эштәрҙе күргәс, Зәйнәп дәхи әллә нәмәләр хис итте. Был урынһыҙ ҡыланыштарҙың аҫтында әллә ниндәй мәшьүм серҙәрҙең барлығын уйлай башланы. Көндәгенең хилафына улараҡ, бөгөн Зәйнәпте күршеләренә ҡунырға ла ебәрҙеләр.

Зәйнәп киткәс тә, әбей менән бабай Зәйнәпте Ғариф байға биреү хаҡында аулаҡлап һөйләшә башланылар. Әбей:

— Ғариф байҙың яусыһы иртәгә киләме ни?

— Иртәгә килә шул, шуға күрә лә был нәмәләрҙе алып ҡайттым.

– Ике ҡатын өҫтөнә булғас, Зәйнәп барырмы икән һуң?..


— Ул ни тигән һүҙ?! Фәсҡи һоратһын — ярлы, тип бирмәйек, Ғариф бай һоратһын — ҡатын еҫтөнә, тип бирмәйек... — — Юҡ, былай ғына әйтәм. Үҙе ҡарт, үҙе ҡатын өҫтөнә... — — Юҡты һөйләйһең, ҡарсыҡ! Ҡырҡ-иллеләге кеше ҡарт буламы ни? Зәйнәпте алғас, уның ҡарт ҡатындарына ни һан ҡалыр, тип беләһең?.. Йәш ҡатын, ҡайҙа булһа ла, алда йөрөй ул. — — Уныһы шулай ҙа бит... Уның ҡарт ҡатыны бик уҫал нәмә, үткән йыл Нурый ҡыҙын да шул ғына айыртты. — — Инде уныһы тәҡдир эше, донъя булғас, айырылыу ҙа, алыу ҙа булыр. — — Тәҡдир булһа ла, ул әллә нисә ҡыҙ алып айырҙы инде. Зәйнәпте лә шулай итһә, ни эш ҡылырбыҙ. — — Алған ҡыҙы ярамағас, алыр ҙа, айырыр ҙа. Үҙе бай кеше. — — Хәйерле булһын инде. Мин кәңәш итеп кенә әйтәм. — — Хәйерле булмай ҡайҙа барһын? Байлығы етерлек. — Әбей менән бабай, тән буйы кәңәш итә торғас, Ғариф ҡартҡа ике ҡатын өҫтөнә Зәйнәпте бирмәксе лә булдылар. Улар Зәйнәпте унда биреп, Ғарифты кейәү итеп алғас, үҙҙәре уның байлығы арҡаһында рәхәт көн итмәксе булалар ине. Былар ҡыҙҙарын Ғариф байға биреп бөткән ваҡыттарҙа, Зәйнәп күршеләге иптәш ҡыҙҙары менән ҡушарлап, моңло татар көйҙәренән «Ашҡаҙар», «Баламишкин» һәм башҡаларҙы йырлайҙар ине.

Иртәнсәк Зәйнәп, өйҙәренә ҡайтҡас, фәүҡелғадә бер әҙерләнеү күрҙе. Ниңәлер бөгөн атаһы ла эшкә китмәгән?.. Зәйнәпкә, көндәге ғәҙәтсә, эш тә ҡушмайҙар.

Зәйнәп ҡайтып, аҙ ғына торғас та, күрше ҡатын Зәйнәпте аулаҡ бер урынға алып кереп:

— Һөйөнсө, Зәйнәп, һөйөнсө! Нәмә бирәһең? Әйтәм,— тип һикергеләп тора. Ул был һүҙҙәре менән Зәйнәпте сикһеҙ бер нәмә менән тәбшир иткән төҫлө тора ине. Зәйнәп, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы. Бик ҙур бер шатлыҡтың булыуы менән хөкөм итте:

— Ни өсөн һөйөнсө һорайһың? Элек әйт, унан һуң бирермен,— тине.

— Бөгөн һиңә ҡоҙа килә, ҡоҙа!..

Зәйнәп, был һүҙҙе ишеткәс, ҡалтырап китте. Күңеле менән кемдән икәнен эҙләй башланы.

— Кемдән килә?

—- Ғариф байҙан, Ғариф!..

Теге ҡатын был һүҙҙәрҙе әйткәс, Зәйнәптең шатланыуын көтә, ауалдынып тора, бер урында ҡарар ҡыла алмай ине. Ләкин Зәйнәп был тәбширгә бер ҙә шатланманы, төҫтәре үҙгәрҙе, күҙҙәре шунда уҡ йәшләнде. Көсөн саҡ йыйып:

— Ике ҡатын өҫтөнә, алтмыш йәштәге ҡарт кешегә барған өсөн, һөйөнсө буламы ни?.. — — Ике ҡатын булһа ни, булһын! Ул бит бай, уға барһаң, ниндәй рәхәт торорһоң. — — Уның байлығы миңә кәрәк түгел. Ғарифтың нисә ҡыҙ алып, айырып ебәргәнен мин бик беләм. Минең уға үлһәм дә барасағым юҡ. Юҡ өсөн шатланма!.. — — Бармайым, тигән һүҙ — ни һүҙ? Бына ҡыҙыҡ!.. — — Теләгән кеше барыр. Мин бармайым. — — Һинән һорап та тормаҫтар. Ҡыҙ кеше биргән ваҡытта шулай тигән була ул. — — Минән һорамай, бер кешенән дә һорамаҫтар. Күп һөйләшмә. — — Ниңә һөйләшмәҫкә? Бай кейәүгә барам тигәс тә, тәкәбберләнмә әле. — — Юҡты һөйләйһең...

Ул ҡатын, Зәйнәптең һүҙҙәрен ишеткәс тә, кереп Ғәйнетдин менән әбейгә хәбәр ҙә бирҙе.

Ғәйнетдин ағайҙың: «Ул ни тигән һүҙ?! Тағы кемгә бармаҡсы була, әллә батша балаһы килеп һоратыр тип беләме? Һорағандың ҡәҙерен белмәһә, һорамай ҙа бирергә ҡулымдан килә, бына һин!»— тигән тауыштары тышҡа ишетелеп тора ине.

Зәйнәп өйгә кергәс, улар вәғәз итергә керештеләр. Уларҙың бер сәғәт ҡәҙәре һөйләгән һүҙҙәренә ҡаршы Зәйнәп;

— Атай, бара алмайым, көсләп тә мәшәҡәтләнмәгеҙ,— тип кенә яуап бирҙе.

Зәйнәптең был һүҙен ишеткәс, әсәһе бер һүҙ әйтә алмай торһа ла, атаһы асыуланып:

— Ҡыҙҙан һорап торған беҙ дурак. Ул нәмә белһен. Уға шул ашарға, эсергә булһа етә, киләсәкте уйлауҙы ҡайҙан белһен...— тигән һүҙҙәрҙе теҙә ине. Был ваҡытта Зәйнәп шаршау эсендә илап ултыра ине. Әсәһе, ни эшләргә белмәй, хайран булып торғанда, яусы ла килде. Зәйнәп күршеләренә сығып китте.

Ғәйнетдин яусыны ҡәҙерләп ҡаршы алған булды. Ғәҙәттә була торған һүҙҙәрҙән һуң, Зәйнәпте бирмәксе булып, яусыны оҙатып ебәрҙе. Үҙенсә, был эш тамам муафәҡиәт менән бөттө, «бына шулай итәһең уны», тип уйлай ине.

Зәйнәп, үҙенең барғанын түгел, ә бирелгәнен, һатылғанын ишеткәс, быларға ҡаршы торорға башҡаса сара эҙләргә кереште.

Ғариф ун етегә яңы сыҡҡан, алма кеүек матур ҡыҙҙы алдым тип, шатлығынан ни эшләргә белмәй, кибетендә ауыҙы йәйелгән, йөҙө көләсләнгән көйөнсә ултыра ине. Янындағы бер-ике кеше байҙы был эше өсөн тәбрик итәләр. Ғариф, ҡулы менән һаҡалын йүнәтеп, башын борғолап, йәштәрсә ҡыланмаҡсы була ине. Былар шулай ултырған ваҡытта, бер малай Ғарифтың ҡулына яҙыулы ҡағыҙ килтереп бирҙе лә үҙе сығып та китте. Ғариф был яҙыуҙы уҡый башланы.

«Ғариф бабай! Һеҙ, өсөнсө ҡатынлыҡҡа мине һоратып, яусы ебәргән икәнһегеҙ. Ихтимал, һеҙ, мине алырмын да, яңы емеш ашармын, тип уйлағанһығыҙҙыр. Ләкин мин һеҙгә насип түгел. Өмөтөгөҙҙө өҙөгөҙ. Ҡап-ҡарт көйөнсә, өсөнсө ҡатынлыҡҡа йәш кенә ҡыҙ алыуҙан аҙыраҡ оялығыҙ. Мин һеҙгә барған һүрәттә лә күңелем һеҙҙә булмаҫ.

Бер-ике ҡыҙҙы алып та уйынсыҡ, ҡурсаҡ төҫлө уйнатып ҡына, айырып ебәреүегеҙҙе онотмағыҙ. Мин бик беләм. Һеҙ байлығығыҙ менән теләһә ни эшләй аламын, тип алдана торғанһығыҙҙыр. Ғариф бабай, һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: өйөңдәге ике ҡатының менән ҡәнәғәт итеп тор, мине өмөт итмә. Бабайлығыңды күңелдән сығарма. Хуш, бабай!

Яҙыусы: һинең буйың етмәй торған З.»

Ғариф, был яҙыуҙы уҡып бөтөргәс, ни эшләргә белмәй ҡыҙарҙы, оялды, хәмийәте жаһимитәһе ҡуҙғалды. Асыуын эсенә һыйҙыра алмай, теге кешеләргә белдереп ҡуйҙы.

Асыуынан һүҙҙәрен дә рәтләп һөйләй алмай:

– Мин шуны алмай ҡуяммы!?. Туҡта әле, бабаң ни эшләтер? «Эт башын табаҡҡа һалһаң, тәгәрәп төшә»,— төшә тиҙәр, бик дөрөҫ. Ҡара һин уны, эт төҫлө бер хәйерсе ни һөйләй? Ҡайҙан былай яҙырға белгән һуң? Берәй йөрөгән шәкерте барҙыр Бына әҙәпһеҙ,— тине.

Теге кешеләрҙең, береһе:

— Бигерәк уҫал икән. Уны алыуҙа файҙа булмаҫ. — Ғариф:

— Мин һуң алмай ҡуяммы? — Ғариф, шулай асыуланып ни эшләргә белмәй, өйөнә ҡайтып китте. Ул унда бер ҙә сәбәпһеҙ ҡатындарын да ҡыйнап ташланы. Ул инде асыуын бер аҙ таратҡан кеүек булды. «Бындай уҫал ҡыҙҙы, хәйерсе балаһын, алып та йүнле эш сыҡмаҫ, улай итһәң, страм, бына хурлыҡ, шул ҡыҙҙан шундай һүҙҙәрҙе ишетеүҙән үлем артыҡ»,— тиге уйлай, дәхи асыулана ине.

Ниңәлер инде уның күңеле Зәйнәптән һыуынды.

Теге яусы арҡыры Ғәйнетдингә: «Инде ҡыҙыйҙы алмайым, ундай аҙғын ҡыҙ кәрәкмәй»,— тип хәбәр ебәрҙе.

Ғәйнетдин, был хәбәрҙе ишеткәс, тамам хайран ҡалды. Һис сәбәпһеҙ был эштең кирегә китеүенә аҡылы етмәне. Ул Зәйнәпте һүгә, ороша башланы. Зәйнәп Ғарифтан бик яҡшы ҡотолһа ла, был ҡотолоу Зәйнәпкә бик арзанға төшмәне. Сөнки Ғәйнетдин ағай икенсе көндө үк халыҡ телендә: «Ғәйнетдин ҡыҙын Ғариф һоратҡан икән дә, ҡыҙ Ғарифтың үҙенә, бармайым, тип хат яҙған икән»,— тигән һүҙҙәрҙең йөрөгәнен ишетеп ҡайтып, Зәйнәпте тиргәй башланы. Бер-ике рәт һуғып та ебәрҙе.

Был ваҡиғанан һуң Зәйнәп менән атаһы араһында мөхәббәт тамам киткән ине. Атаһы, керһә лә, сыҡһа ла һаман бер сәбәп тапҡан булып, Зәйнәпте битәрләй, эше уңмағанлыҡтарын Зәйнәптән күрә, уны күпһенгән рәүешле була ине. Бынан һуң Зәйнәп бик төшөнкө йөрөй, аҙ ғына аулаҡ ҡалһа йырлай, моңлана, илай торған булды.

Был эштәр бер аҙ онотола төшкәс, мәсьәлә иҫкергән ине. Бына дәхи Зәйнәпкә яусы килде.

Был яусы, теге, Зәйнәп күңеленән уйлап йөрөгән, ҡыҙыл фәсле, аҡ йөҙлө, матур ғына бер хәлфәнән ине.

Ғәйнетдин ағай, Зәйнәптән үсен һәм асыуын ҡайтармаҡсы булып, яусыны саҡ ҡыуып сығарманы.

— Уның төҫлө сәлләле хәйерсе бөтмәгән, бында шәкерттәргә бирә торған ҡыҙ юҡ,— тип ҡыҫҡа ғына яуап менән,, яусыны ҡайтарып ебәрҙе. Ул был эше менән, асыуын тамам баҫып, ҡыҙҙы теләһә ни эшләтһә лә, атаның ихтыяры бар икәнен белдермәксе була ине. Зәйнәптең әсәһе:

— Шул хәлфәгә биреү кәрәк ине, хәлфә кеше насар булмаҫ, — тигәс, Ғәйнетдин: — — Юҡты һөйләмә, сәсегеҙ оҙон, аҡылығыҙ ҡыҫҡа, ҡыҙҙы теләһә кемгә бирермен, ундай торлағы юҡ нәмәгә бирмәм,— тип кенә ҡуйҙы. — Был урында артыҡ һүҙ әйтергә мөмкин дә түгел, Ғәйнетдин ҡыйнашырға ғына тора ине.

Был яусы сәбәбенән дә Зәйнәп күҙ йәшен түгеп кенә ҡалды. Зәйнәп был хәлфәгә бара алмағанын бигерәк ҙур бәхетһеҙлектән итеп хисап итә ине, үҙенең был көйөнсә донъяла тороуынан үлем артыҡ тип белә ине.

Ул инде атаһының көнө-төнө битәрләүенән, тиргәүенән тамам биҙеп аптырағанлыҡтан, кемгә генә булһа ла барырға, бары был насар, йәмһеҙ тормоштан ҡотолорға теләй башланы. Ул бының өҫтөнә кешеләрҙән дә төрлө һүҙҙәр ишетә, тәхҡир һәм хурлыҡтар күрә башланы. Ҡеүәт байҙар яғында булғанға күрә, Ғарифты ғәйбәт итеүҙән бигерәк, Зәйнәпте ғәйбәт итәләр: «Ғариф бай Ғәйнетдин ҡыҙын алмаҡсы булған да, кеше менән йөрөгәнен ишетеп, кире уйлаған. Ул фәлән кеше менән йөрөгән имеш, аҙған имеш... инде уны эт алһынмы ни?»—тигән һүҙҙәрҙе ишеттереп кенә торалар ине.

Ғиффәтле Зәйнәп инде урамға сығырға ла ояла, был нахаҡ һүҙҙәрҙе ишетергә сирҡана, донъяла тороуҙан ялыға башланы.

Кем генә булһа ла уны был хәсрәттән ҡотҡарып алһа, Зәйнәп йәнен фида ҡылыу дәрәжәһенә етте.

БАЙ БАЛАҺЫ

Хәҙергә исемен әйтергә килешеп етмәгән «...» дәүләтле генә кеше улы. Үҙенә хөснөзанлы бер нәмә ине. Ул бер аҙ йылдар иҫке мәҙрәсәлә ятһа ла, унда бер нәмә лә ала алмаған, бары аҙ-маҙ яҙыу ғына яҙырға өйрәнгән ине. Инде бармау ниәте менән, мәҙрәсәнән, быйыл, аҡтыҡ йыл уҡып ҡайтты. Ғөмүмән, бай балаларында була торған ваҡ-төйәк исрафәт, ундай-бындай эштәргә ҡатышыу, матурыраҡ ҡыҙҙар күрһә ҡыҙығыу, уны ҡулға төшөрөүҙең сараһын эҙләү, уны бик ҙур егетлеккә хисап итеү, ундай мөнәсәбәттә булыуҙы бер ҙә ғәйеп эшкә иҫәпләмәү — бында ла артығы менән бар ине. Ул әле донъяға сыҡмаған, бары уҡып ҡына йөрөгән, ҡулда форсат бар ваҡытта, аҙыраҡ йөрөп, уйнап-көлөп ҡалыуҙы үҙенә тейешле бер эш тип белә ине. Иң нәфрәтле булғаны: бисара, саф тәбиғәтле, нескә күңелле, һүҙгә тиҙ ышана торған ҡыҙҙарҙы алдау, уларҙың насарлыҡҡа төшөүҙәренә сәбәпсе булыу, — бының ҡаршыһында мәдехкә лайыҡ бер нәмә ине. Бында — ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттә була алыу истиғдади кәмәлиәл мәүжүд ине.

Тәхсил ҡылған һөнәре лә шунан ғибарәт булып байлығы ла булғас, ул был хаҡта маҡсатына ирешергә артыҡ ауырлыҡ күрмәй ине.

Ни өсөн ул был арала Зәйнәптәр янынан бик йыш үтеп йөрөй башланы? Тәҙрә янынан үткәндә күҙен тәгәрәтә, Зәйнәп ултырған тәҙрәгә ҡарап үтә ине. Был оҫталығы менән ул иң элек Зәйнәптең күҙен өйрәтеп алды. Ахырҙа, үтеп-һүтеп йөрөү менән генә ҡуймай, бик килешһеҙ булһа ла, ишара ҡылып үтеп китте.

Ул был ишараһы менән үҙенең маҡсудын аңлатмаҡсы була ине. Был беренсе ишара Зәйнәпкә ғәйәт ныҡ тәьҫир итте. Тиҙ генә тәҙрә янынан тороп китте. Зәйнәптең үҙен-үҙе күрәһе килмәй торған бер ваҡытында, был хәлдең булыуы уның күңелен дәхи боҙҙо. Ул был ишараһы менән Зәйнәпте тәхҡир иткән рәүешле, Зәйнәпкә: «Мин һине беләм, һин бисара бит!»— тигән төҫлө булып аңлашылды. Зәйнәп, уның кем улы, ҡайҙа уҡыған һәм бай балаһы икәнен белгәнгә күрә, уның бында ваҡһынып йөрөүенә ғәжәпһенде.

Юҡ, мин үҙем яңылыш күргәнмендер, күҙем яңылыша торғандыр. Башымды ҡайғы-хәсрәт әйләндереп бөткәнгә ишара ҡылғандыр, тип уйланы.

Ләкин был ишара уның аҡтыҡ ишараһы булманы. Зәйнәп, ахырҙа, үҙенең күҙе бер ҙә хата күрмәгәнлеген аңланы. Ул һаман бынан үтә, ишара ҡыла, Зәйнәптең күҙен өйрәтә башланы.

Бара торғас, ул үҙенең төп максудын, хисиәтен йыйып, хат яҙып, Зәйнәпкә иғлани мөхәббәт тә ҡылды. Уның хатында яҙылғанса «ул, Зәйнәпте күптән бирле белә, имеш. Ғариф байға биреп ҡуймаһалар ярар ине, тип йөрөгән, имеш. Зәйнәп үҙе Ғарифҡа бармағас, шатлығынан ни эшләргә белмәгән, имеш. Ғишҡына сыҙай алмағанға, гел шул урамдан үтә, имеш. Бер күрһә әллә ни тиклем шатлана, күргән һайын ғишҡы арта ғына, имеш. Алланан инде ҡауыштырыуҙы ғына һорай, имеш. Ах, йәнем, йәнәшем! Белмәйһең хәлемде, белһәң ҡыҙғаныр инең!» имеш мәфһүмендә.

Зәйнәп, донъянан биҙәр булып торғанда ғына, был хатты алды. Ул был хаттың ни өсөн яҙылғанына төшөнә алмай, бик тәрән уйға ҡалды.

«...Ул, бай балаһы булып та, ни өсөн мине ярата икән? Юҡ, яратмайҙыр. Уйнап ҡына яҙғандыр... Уйнап, ниңә былай яҙырга кәрәк һуң?.. Юҡ, бай балаларына ышанып булмай... Улай тиһәң, бай башы менән мине Ғариф та һоратты. Бының да байлығына ҡарамайынса, шулай һоратыу ихтималы юҡмы ни! Юҡ, ышанмайым. Алдауҙыр, алдау!»— тип уйлай ине. Теге «был хатыма, зинһар яуап яҙһана» тип үтенгән булһа ла, Зәйнәп был хатты шулай яуапһыҙ ҡалдырырға ҡарар бирҙе.

Иртән теге егет дәхи бынан үтте. Ул үҙенең мәктүбенә яуап көткән рәүешен аңлатырға тырыша ине.

Бынан башҡа дәхи бер-ике хат яҙҙы. Ләкин улар ҙа һаман яуапһыҙ ҡалдылар.

Ул дүртенсе хат яҙып, үҙе ғишҡыһынан үлер дәрәжәһенә килгәнен, сыҙарға хәле ҡалмағанын, мәңгелек иптәш итеп алырға теләгәнен белдергән ине.

Был хат Зәйнәпкә тәьҫир итте. «Алырға теләгәс, был дәрәжә яратҡас та, яуапһыҙ ҡалдырырға ярамай»,— тип уйланы.

Донъя Зәйнәпкә гел ҡырын килеп, бер ҙә асыҡ йөҙ күрһәтмәгәс, уның күңеле, ҡайҙа булһа ла, рази булырға ғына тора ине.

Хосусан, уның үҙенсә баллап, тәмле итеп яҙған хаттары һыныҡ, төшөнкө Зәйнәпкә тәьҫир итеүендә шөбһә юҡ ине.

Зәйнәп «Яратыуығыҙ ысын күңелдән булһа, алырға ысын вәғәҙә ҡылһағыҙ, яратыуың алдау ғына булмаһа...» тип яуап яҙҙы.

Ул быға ҡаршы мәктүбендә үҙенең ысын күңел менән яратҡанын, алырға ысын маҡсуды булғанын анттар менән тәғҡид итеп ҡуйған ине.

Бынан һуң уның менән Зәйнәп араһында өҙлөкһөҙ хаттар йөрөй башланы. Бай балаһы менән хат алыша башлағандан һуң, Зәйнәптең хәле һәм хәрәкәте тамам башҡаланды. Ул инде аталарының битәрләүҙәренә артыҡ илтифат итмәй, үҙендә бер хөрриәт һәм истиҡләл һиҙә ине.

Уның, кеше һүҙенә ҡарамай, көр тороуға маил булған саф күңеле үҙенең барасаҡ кейәүен күреп барырға теләй ине. Ул был маҡсудына муафәҡ тә булды. Бай балаһының күңелендә әллә ниндәй уйҙар барлығын Зәйнәп күңеленә лә килтермәй ине. Донъяла алданыу тигән нәмәнең булыуын, бәғзе ҡыҙҙарҙың шундай әллә ниндәй насар хәлдәргә төшкәнен белһә лә, үҙ хаҡында буйлә эштәрҙең булыуын хәтеренә лә килтермәй ине. Сөнки уларҙың мөхәббәт менән булған мөнәсәбәттәре был уйҙы уйларға ирек бирмәй ине.

Зәйнәпте алырға, мәңге бергә торорға, кеше һүҙенә ҡарамай, бының фәҡир ҡыҙы булыуын иҫәпкә алмай, вәғәҙәһендә сабит булыуын күҙмә-күҙ әллә нисә рәт вәғәҙә биргән, анттар иткән ине. Зәйнәп был вәғәҙәләрҙең еренә еткерелеүенә шул тиклем ышанған һәм иман килтергән ине. Уны бының ғәҡеһенә ышандырыу мөмкинлек дәрәжәһенән уҙған ине.

Ул инде уйлап йөрөгән теге ҡыҙыл фәсле хәлфәне лә онотҡан, уның урынына был кереп ултырған ине.

Бай балаһы башта, уйын-фәлән, тип мөнәсәбәт яһаһа ла, ахырҙа үҙе лә Зәйнәпте ярата башланы. Зәйнәпте күрмәй торһа, эсе боша, нисек булһа ла күрергә ижтиһад итә ине.

Күңеле баштағы мәҡсудының ғәҡеһен теләй. Был саҡлы матур ҡыҙ менән улай уйнап ҡына йөрөп тә, ахырҙа ташлап китеүҙе мәслихәт күрмәй, көндән-көн елкенә генә бара ине.

Ул был көнгә саҡлы бер ҙә алдын-артын, киләсәген уйламай йөрөнө. Зәйнәпте күргәндә, уны аласағын теле менән дә әйтә, күңеле менән дә уйлап ҡуя ине.

Быларҙың араһында булған мөнәсәбәтте халыҡ та һиҙә башланы. Былар халыҡ теленә лә керҙе.

Бай балаһының әсәһе быны ишетеү менән улына:

– Әгәр халыҡ һүҙе дөрөҫ булһа, әҙәмдән оят беҙгә, бер хәйерсе ҡыҙы менән йөрөй тигәнгә нисек сыҙарһың, һиңә үҙебеҙ ише бай ҡыҙҙары бөткәнме ни? Тапҡан икәнһең йөрөр ҡыҙ, тфү, оятһыҙ!— тип тиргәп алды.

Ул дәхи анттар менән халыҡ һүҙенең буш икәнлегенә әсәһен ышандырырға тырышты. Уның атаһы ла ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтте.

Бынан һуң уның күңеле тәрәддедләнә башлап, ни эшләргә белмәй, ике арала ҡала башланы.

Уйындан уймаҡ сыға тигән кеүек, уйындың ахыры нисек булыуын үҙе лә белмәй ине. Ул, бер яҡтан, ата-әсәһенең һүҙҙәрен хаҡлы итеп таба: «Ысынлап та, әҙәмдән оят, уны алһам, әҙәм күҙенә нисек күренермен? Нисек итеп Ғәйнетдинде бабай тип йөрөргә кәрәк? Үҙемдән бигерәк ата-әсәмдең йөҙҙәренә ҡаралыҡ була бит. Ҡайҙан ғына башланым, ниңә генә вәғәҙәләр бирҙем? Хәйер, вәғәҙәһе әллә ни түгел,, бындай эштәр бер минән ҡалмаған, ғашиҡтар ҡасан булһа ла ҡауыша алмайҙар. Юғиһә «ғашиҡ-мәғшукә» тип тә әйтмәҫтәр ине»,— тип уйлай. Икенсе яҡтан, Зәйнәптең һүрәте, вәғәҙәләре уның күҙ алдына килә лә: «Ташлау ташлау ҙа, нисек ташларға? Бигерәк матур бит, үҙем ысынлап яратҡас, ниңә кешенән ҡурҡырға? Үҙем башлап йөрөнөм, вәғәҙәләр ҡылдым. Бер ҙә мин ғәйепле түгел тип, әйтер хәл юҡ. Ул, бисара, башта мин яҙған хатҡа ҡаршы хат та яҙманы. Башлап мин үҙем ялындым. Үҙем хат яҙҙым. Хат яҙғанда уны күрмәҫ борон, алырмын тип вәғәҙәләр ҡылдым. Нисек булһа ла, уны күрергә йөрөнөм. Ахырҙа күрештем, ул шул саҡта: «Алмаҫ һәм минең исемемде сығарып йөрөр булһаң, мине күреү түгел, хат та яҙма» тип нисә рәт әйтте. Ҡулға ҡул тотошоп вәғәҙә ҡылдым, ант иттем. Инде уның исеме сыҡты. Ул миңә ысын күңеле менән ышанып тора торғандыр инде. Мин был көйөнсә ташлап китһәм, ул, бисара, ҡайҙа барыр»,— тип уйлана ине.

Зәйнәп бер ҙә үҙенән булмаған, бәлки, саф күңеленең алданыуынан ғына булған был эшкә тамам ышанғанға күрә, бынан һуң килгән яусыларҙың һис береһенә ризалыҡ бирмәй, аталарына ҡаршы тороп булһа ла, ҡылған вәғәҙәһенә хилафлыҡ итмәҫ өсөн тырышты. Ул үҙенән: «Ул, бисара, мине күреү менән яратҡан, ысын күңеле менән йөрөп, вәғәҙәмде алды. Минән башҡа бер минут тора алмай, уны ташлап, нисек икенсе иргә бараһың? Алла һаҡлаһын, вәғәҙәмде боҙорға!»— тип уйлай, үлһә лә икенсе кейәүгә бармаҫҡа ҡарар ҡыла ине.

Уның был ҡарышыуына ҡарата, уның өҫтөнә көндән-көн һөжүм һәм һүҙ күбәйҙе. Атаһының битәрләүе көндән-көн арта ғына бара. Ләкин ул, ҡылған вәғәҙәһе, яратҡан шундай кешеһе булғанға күрә, быларҙың һүҙҙәрен әһәмиәткә алманы. Халыҡ һүҙенә илтифат итмәй: «Кемгә барғанымды күргәс, үҙегеҙ ҙә аптырап китерһегеҙ әле»,— тип, күңелен йыуатып йөрөй ине.

Бына бөгөн дә Зәйнәп һөйөклөһө менән күреште. Ләкин һөйөклөһө, ни өсөндөр, ғәйәт күңелһеҙ ине. Зәйнәп быны күргәс, йәне өҙөлә яҙып, күңелһеҙлектең сәбәбен һораны. Ул:

— Бөгөн бер ҙә кәйефем юҡ, әллә ни эшләп ауырып торам,— тип кенә яуап бирҙе.

Ул, алған нәмәһенә, ҡылған эшенә үкенгән бер кеше рәүешле тәрәддед менән һөйләшә, киләсәк көндәрҙе Зәйнәпкә күңелһеҙ итеп күрһәтергә тырыша, тәҡдир хаҡында күп һөйләй, донъяла ғашиҡ-мәғшуҡтарҙың ҡауыша алмағанлыҡтарын күңелһеҙ рәүештә ентекләп бәян итә. Ата-әсә булғас, бер ҙә теләгән эште эшләп булмай, тип зарлана ине.

Зәйнәп был күрешеүҙән күңелһеҙлек, өмөтһөҙлөк кенә алып ҡалды. Башҡа яҡты хәтеренә лә килтермәй, «бәхетһеҙлегемә ҡаршы, ауырып үлеп-нитеп китмәһә ярар ине», тип ҡайғырырға кереште.

Бай балаһы аҡрынлап Зәйнәпте үҙенән биҙҙерергә, үҙенең күңелен унан нисек тә һыуындырырға теләй, һаман уҙенә көс биреп, уны ташлау яғын ҡеүәтләй, үҙенә тәсәллә бирә, выжданын еңеп, үҙен тап-таҙа итеп ҡалдырмаҡсы була ине.

Ул был эшенә муафәҡ өсөн үҙ-үҙе менән талаша, тартыша башланы.

Эш ошо дәрәжәгә еткәндә, уның ата-әсәһе:

— Улыбыҙҙы тиҙерәк өйләндерергә кәрәк, әллә ҡайҙа аҙып-туҙып китмәһен, оятҡа ҡалырбыҙ, йәш кешене белеп булмай,— тип үҙ-ара һөйләшеп, үҙҙәре яратҡан бер кешенең ҡыҙына яусы ебәрергә уйланылар.

Зәйнәп һөйөклөһөн өс-дүрт көн күрмәгәс, хаты-фәләне лә булмағас, уның ауырыуы менән хөкөм итте. «Минең бәхетһеҙлегемә генә ҡаршы ауырыны, тиҙ генә терелһә ярар ине!»— тигән өмөт менән йөрөй башланы. Зәйнәп шул уй менән йөрөгән ваҡытта, бер көн уның, тап-таҙа көйөнсә урамда йөрөгәнен күреп, тамам хайран ҡалды. Өйгә керҙе лә йығылды. «Бының ниндәй сәбәбе булырға кәрәк? Әллә хәтере ҡалдымы икән?»— тип үҙ тарафынан ғәйеп эҙләй, уны бер генә рәт күрергә, бының сәбәбен тикшерергә, ғәйебе булһа, ҡулын үбеп ғөзөр теләргә, ғәфү иттерергә теләй ине.

Ниһайәт, уны бер рәт күрергә муафәҡ булды. Ысын күңеле менән көткән был маҡсудына ирешеүенә шатланды: «Зинһар, мине былай һарғайтма, нимәгә хәтерең ҡалды? Үҙем белмәгән ғәйебем булһа, үҙемә әйт!.. Ғәфү ит, улай асыуланып йөрөмә!»— тип үтенергә, әрнергә кереште. Был ваҡытта теге, әллә нәмә уйлап, тик ултыра, нимә әйтергә лә белмәй, күңелендә булған ысын фекерҙе әйтергә теле бармай, берәм-һәрәм күңелһеҙ генә һүҙ ҡушҡан була ине. Иң ахырҙа:

— Юҡ, бер ҙә хәтерем ҡалманы. Был арала кәйефем юҡ. Шуның өсөн шулай күңелһеҙ йөрөйөм,— тигән булды. — — Ҡасан ғына терелерһең икән?.. Алла сәләмәтлек бирһен инде. Мине лә кешеләр төрлөсә һөйләй башланылар. Инде тиҙерәк алһаң ине, былай бик ҡыйын, атай көнө-төнө битәрләй. — Теге ҡыҙарып, ышанысһыҙ рәүештә:

— Шулай кәрәк ине лә... Минең дә шул атай-әсәй бик насар. Бер ҙә риза булыр рәүешле күренмәйҙәр...— тине.

Зәйнәп был күңелһеҙ хәлдәрҙе күргәс, илай һәм үкһей башланы.

Егет, тиҙерәк ысҡынырға кәрәк тигән рәүешле, ялған вәғәҙәләр менән: «Ташламам, үлһәм дә онотмам»,— тип айырылып китте.

Зәйнәп айырылышҡан ваҡытта илау, үҙ тарафынан ғәйеп эҙләү менән мәшғүл булып ҡалды.

Был күрешеүҙән һуң Зәйнәптең хаттары ла яуапһыҙ ҡала башланы. Көн аралаш илай-илай хаттар яҙа, ләкин һөйөклөһө тарафынан һис береһе илтифатҡа алынмай, йәки алынһа ла, шулай яуапһыҙ ҡалдырырға көсләнә ине.

Зәйнәпте күргәндә, күңеле боҙолғанға күрә, ул бынан һуң уны күрмәҫкә тырышырға ҡарар бирҙе. Шулай итеп, мөхәббәтте иҫкертмәксе, Зәйнәпте аҡрынлап онотмаҡсы, ваҡ-төйәк сәбәптәр менән үҙен йыуатмаҡсы була ине.

Татар малайҙарының, әхлаҡһыҙ бай улдарының һәр ваҡытта: «Ҡыҙҙарҙы шулай итәһең... былай итәһең, унан бер нәмә лә булмай, ҡыҙҙарҙы... улар...»,— тигән һүҙҙәренә бының ҡолағы өйрәнгәнгә, үҙе лә шуларҙың береһе булғанға күрә, Зәйнәпте ташлауҙы намыҫһыҙлыҡ, выжданһыҙлыҡ тип белмәй ҙә башланы. Зәйнәптең иң ҡаты күңелдәргә тәьҫир итерлек иттереп, илап яҙған хаттарын уҡыған ваҡытта аҙ ғына күңеле нескәрһә лә, уны ҡыҙғанған төҫлө-булһа ла: «Инде бер күңелде һыуындырғас, өмөтөн өҙҙөргәс, кире башламау хәйерле»,— тип, үҙен көсләп булһа ла, Зәйнәпте һөйөү фекеренән туҡтатырға тырыша. Ләкин выждан аҙ булһа ла, һаман мөғәззәп үҙенән-үҙе мәмнүн түгел ине. Бара торғас, Зәйнәпкә булған мөхәббәтен һүндерҙе. Уны выжданһыҙлыҡ, инсафһыҙлыҡтың аҫтына күмеп ҡалдырҙы.

Зәйнәп үҙенең иң насар хәлдә ҡалғанын, ғишҡының алдаусы бер нәмә икәнен, яңы бәхетһеҙлектең сигенә еткәнен белдерҙе.

Ул инде фәләҡтең, ҡара тәҡдирҙең әмеренә буйһоноуҙан башҡа сара тапмай, алдында әллә ниндәй ҡайғы-хәсрәттәрҙең булыуын көтөп, илау, моңланыу менән көндәрен үткәрә. Һөйөклөһөнөң инсафҡа килеүен өмөт итмәй ине.

Ул халыҡ араһында насар, әхлаҡһыҙ бер ҡыҙ булып күренә. Эш бының ғәҡеһенсә икәнен аңламаған халыҡ, бар ғәйепте Зәйнәп өҫтөнә ауҙара ине. «Ана, Ғәйнетдин ҡыҙын уҡытты ла, ахырҙа нисек булды?.. Ҡыҙҙарҙы күп уҡытһаң, шулай булалар улар!»— тип, гонаһһыҙ Зәйнәпте гонаһлы итәләр ине. Бындай һүҙҙәрҙе ишетеү, үҙенең һөйгәненән айырылыу Зәйнәп өсөн иң ауыр хәл дәрҙән булып хисапланды.

Ул үҙенең асыуын, егеткә булған нәфрәтен белдермәксе булып, аҡтыҡ мәктүбте яҙмаҡсы булды вә шул хатты яҙа башланы.

«Һөйөклөм! Мин һиңә иң һуңғы мәктүбемде яҙамын. Мин хәҙер һиңә һөйөклөм тип хитап ҡылырға намыҫланам. Шулай булһа ла, иҫке мөхәббәтебеҙ иҫкә төшөп, һөйөклөм, тип яҙа башланым. Ваҡиғда һинең хыянатсы, алдаҡсы бер намыҫһыҙ тип хитап ҡылырға кәрәк ине әлех...» Был мәктүбте яҙып бөтөрөп, Зәйнәп егеткә бирҙе. (Был мәктүб Зәйнәптең һөйөклөһөнә яҙған иң һуңғы мәктүбе ине.)

Бынан һуң былар араһында мөхәббәт һәм ғәләҡа тамам киҫелде.

Был эш, Зәйнәптең ғиффәт, сәҙәҡәте, вәғәҙәһе аяҡ аҫтына тапалып, хур хәҡәрәт ҡылыныу менән тамам булды.

Был эштәрҙең булып үтеүенә биш йыл булған ине.

Шул биш йыл эсендә Зәйнәп кеше күҙенән мәтрүк һәм мәнси булып йәшәне. Ул әллә ни ҡәҙәр битәрләүҙәр, насар һүҙҙәр, ҡара тормоштар күрҙе. Ул үҙен бәхетһеҙгә хисап итеп, кем тура килһә, шуға барырға ла күнде.

Үҙенең бәхетһеҙлегенә иманы камил булғанға күрә, был эштәрҙең һәр береһенә сабыр итте, түҙҙе.

Бары был эштәргә сәбәп булған теге егеткә ысын күңеле менән рәнйей, һүҙ тапҡан тиклем ләғнәт уҡый, һәр ваҡытта күҙ йәштәрен түгә ине.

Уның барған кейәүе, әхлаҡһыҙҙарҙың береһе булғанға күрә, аҙ ғына нәмә өсөн дә Зәйнәпкә эт көнөн күрһәтә, тапҡан аҡсаһын эсеп бөтөрә ине.

Улар инде шәһәрҙең бер яҡ ситендә насар ғына бер йортта фәҡирлек менән көн итәләр ине.

Зәйнәп инде әүәлге Зәйнәп түгел, күңеле тамам һүнгән, шул насар тормошҡа күнгән, ваҡыт етеп үлмәгәнгә күрә, был донъяла ваҡытлыса тора ине.

Зәйнәп бөгөн бер лампа ватҡанда кейәүе ҡайтып, лампа ватылғанды күрһә, үҙенең дә ватыласағын белеп, кейәү ҡайтмаҫ борон тиҙерәк лампа алып ҡайтмаҡсы булып, ватылған лампа төҫлө лампа эҙләп, юғарыла Ғәли әйберҙәр алып йөрөгән магазинға барып кергән ине. Һауыт-һаба кибетендә бик ыҫпайланып, ҡупшыланып, нәмәләр аҡтарыусы, бер ҡатын килеп кергәс, ни эшләргә белмәүсе, выжданы мөғәззәп булып, онотолған енәйәтен иҫенә төшөрөүсе был кеше бынан биш йыл элек, Зәйнәпте алдап киткән бай балаһы — Ғәли әфәнде инде. Биш йылдан һуң Зәйнәп, Ғәлигә шул көйөнсә осрап, бер генә һүҙ әйтеп ҡалды.

Юғарыла яҙылғанса, Ғәли өйөнә ҡайтып: «Аһ, онотолған енәйәт!»— тип, башын ҡулына ҡуйып, тәрән уйға батты..