Оят! Фирүзә Абдуллина.


Оят! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 28.05.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



“Урламағыҙ”, “алдамағыҙ”,
Кәрәк ғәҙел йәшәргә!” –
Ғүмер буйы өйрәтәмен
Балаларға, йәштәргә.

Ә икенсе яҡтан тормош
Ҡапма-ҡаршы өйрәтә:
Алдап, урлап йәшәгәндәр
Эй рәхәт ғүмер итә!

“Үҙ башығыҙ, үҙ көсөгөҙ
Уҡыу йортона илтә”, -
Ысынында тик аҡсалы,
Блатлылар вузға китә.

Яратмайҙар балаларҙы,
Хөкүмәт хөрмәт итмәй:
Һынау биргән уҡыусыға
Наручник ҡына етмәй!

Ил буйлап мәктәп ябалар,
Ҡасан ошо хәл бөтөр?
Киләсәге иҫәбенә
Илебеҙ “байып” китер!

Эй ҡағыҙ ижад итәбеҙ!
Нисек кенә ярарға?
…Оят миңә балаларҙың
Күҙҙәренә ҡарарға…