Оҙонуйҙа еләк бешкән. Гүзәл Ситдиҡова

Оҙонуйҙа еләк бешкән




Оҙонуйҙа еләк бешкән
Түшәп-түшәп еләк бешкән,
Силәк-силәк еләк ҡайта
Беҙҙә ҡыҙҙар үтә эшсән.
Түшәп үк тә ҡуйылмаһа
Нисек ҡайтһын буп-буш силәк,
Ҡыҙҙар күҙҙе быуа белә:
Теҙгендәргә* теҙә еләк.
Яулыҡ менән көплө силәк,
Күпме еләк – кем һуң күрә,
Ынйы бөртөгөндәй итеп
Ҡыҙҙар сүпләп еләк тирә.
Беҙ ҡайтҡанда күҙҙәр ҡыҙһын –
Силәк тулы, силәк тулы
Имеш, шунан ашып киткәс,
Теҙгенгә лә теҙеп ҡуйҙыҡ!
… Ҡыҙҙар инде буй еткерҙе,
Тормош һынай һәр береһен,
“Еләге” лә кемгә нисек -
Вағы күп тә, әҙ эреһе.
Кем ҡәнәғәт әҙенә лә
Сабыр итеп көтә белә,
Буш һауытты ҡаплап ҡуйып
Сит күҙҙәрҙән пәрҙә элә,
Барынан мул теҙген теҙә.
Ә кемгәлер, силәк тулһа -
Етмәй кеүек, йәнә кәрәк,
Еләктәре услап түгел
Инеп торһон көрәк-көрәк.
Әҙ-әҙ тиеп әҙһенгәнгә
Ҡәнәғәте сикле генә,
Ҡәнәғәте сикле булғас
Бәхете лә бикле генә.
… Һыр бирмәйсә ҡайтҡан саҡтар
Теҙгендәргә еләк теҙеп:
- Силәк тулы, сүпләп туйҙыҡ
Ер еләге эй күп, - тиеп.

  • Теҙген – (инйәр-ҡатайҙа) муйынса кеүек

 итеп еләк теҙелгән үлән һабағы.


2012