О, мөхәббәт!

О,мөхәббәт! (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (29-се бит) ISBN 5-295-03798-3


О, МӨХӘББӘТ!


О, мөхәббәт, әгәр һин тоҡанһаң,
Күңелдәрҙә яҡты нур булып:
Һәр таң һайын һайрай һандуғастар,
Тыныс йылға аға урғылып.
Бейек тауҙар кинәт тәпәшәйә,
Ә ҡараштар күккә төбәлә,
Әйтерһең дә, ерҙе күҙәтәбеҙ
Иң матур һәм бейек түбәнән.
Ябай йәйғор – ете төҫлө күпер –
Киң йыһанға атлап үт кенә!
Ә кистәрен уйсан ҡараштарҙа
Йондоҙҙар һәм зәңгәр күк кенә.
Бар тәбиғәт йырлай, моң тарата,
Бар тирә-яҡ бейей, йылмая!
О, мөхәббәт, хисһеҙ булыр инек,
Һин донъяла әгәр булмаһаң.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.