Пляжда(шиғыр). Тамара Ғәниева

Пляжда ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Пляжда


Көнө буйы мәш киләбеҙ,
Ҡыҙынып һары ҡомда.
Ҡояштан да ҡыҙылыраҡ
Булдыҡ беҙ, моғайын да.
Йүгереп барып атылабыҙ
Ҡоласын йәйгән һыуға.
Ҡояш ярсығы төшкәндәй,
Шыж итеп ҡала йылға.
 
 


1993 йыл