Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындай
Орск – Башҡортостанға ут күрше Ырымбур өлкәһенең, 1735 йылда ҡәлғә булып нигеҙләнеп, бөгөн илебеҙҙә ныҡлы танылыу алған ҡалаһы. Ул халҡыбыҙҙың бихисап йырҙарында данланған Урал (тарихи исеме — Яйыҡ) ярҙарында, Ҡаҙағстан биләмәләренә терәлеп тиерлек урынлашҡан. Орск ике ҡитғала ята: Европа менән Азия араһында географик сик булып иҫәпләнгән йылға ҡаланы ла ике өлөшкә бүлә. Сәнәғәт күләме һәм халыҡ һаны буйынса Орск – Ырымбурҙан һуң өлкәлә икенсе.
Ҡала хаҡында бер кәлимә һүҙ
editӨс административ райондан тороп, биләгән майҙанының ҙурлығы менән (621,3 квадрат километрҙан ашыу) Рәсәйҙәге ун ҡала иҫәбендә. Бында 235 меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың 80 проценттан ашыуы – урыҫтар. Һан буйынса ҡаҙаҡ, татар һәм украиндар уртаса 3,7-нән 4,2-гә тиклем процент, немец һәм башҡорттар – 1,6-шар, мордвалар – бер, белорус һәм сыуаштар яртышар процент тәшкил итә. Халыҡтың ҡалған ике ярым проценты – башҡа төрлө милләт вәкилдәре.
Уҙған быуат урталарынан алып ҡалала төҫлө металлургия, машиналар эшләү, нефть химияһы, еңел һәм тау сәнәғәте, аҙыҡ-түлек етештереү тармаҡтары ныҡлы аяҡҡа баҫып, һуңыраҡ һиҙелерлек үҫеш алған. «Орскнефтеоргсинтез», руда сығарыу һәм эшкәртеү комбинаттары, шулай уҡ һыуытҡыс, йөк ташыусы тимер юл платформалары, трактор арбалары, төҙөлөш һәм тау эштәре механизмдары, торбалар һәм шпалдар етештергән заводтар илебеҙҙән ситтә лә киң билдәле. Сәнәғәттәге уңыштары өсөн ҡала 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Орск аша Урта Азия яҡтарына автомобиль һәм тимер юлдар үтә. Бында халыҡ-ара аэропорт, драма театры, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, төрлө йүнәлештә белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттарының туғыҙ филиалы, шунса колледж һәм техникум, илленән ашыу мәктәп бар.
1958 йылда ойошторолған «Көньяҡ Урал» хоккей командаһы Юғары лигала сығыш яһай. Уның «Ижсталь» уйынсылары менән 2010 йылдың мартындағы осрашыуы Рәсәй хоккей тарихына иң оҙайлы (119 минут 10 секунд) уйын булып инеп ҡалған.
Әүҙемдәр берләшмәһе
editҠалала ун бер милли-мәҙәни үҙәк эшләп килә. Азербайжан, башҡорт, дағстан, йәһүд, ҡаҙаҡ, немец, тажик, татар, украин һәм әрмән ижтимағи берекмәләре, ҡулға-ҡул тотоношоп, барлыҡ дөйөм сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Милләттәштәребеҙ ойошторғаны, уставына ярашлы, «“Башҡорт ҡоролтайы” Орск ҡала йәмәғәт хәрәкәте» тигән рәсми исем алған. Был атама уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан килә.
Илебеҙҙә йәмғиәт тормошо үҙгәреп, милли аң һәм рухты күтәреүгә киң юлдар асылған һәм был йүнәлештә бығаса булмағанса күп мөмкинлектәр бирелгән ваҡытта халҡыбыҙҙың аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙ, әлбиттә, был ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай. 4,2 меңдән күберәк башҡорттоң «милләтем», «телем» тип янып йөрөүсе иң әүҙемдәре, һөнәр-шөғөлө һәм йәшенә ҡарамай, нәҡ ошо осорҙа бергә туплана. Сит телле мөхит шарттарындағы ҡәҙимге көнитмештән арынып, хәл-әхүәлдәре, уй-фекерҙәре, яҡын киләсәккә ниәттәре хаҡында милләттәштәре менән ауыҙ тултырып туған телдә һөйләшеп ултырыуҙар уларҙың һәр береһенең күңеленә һары май булып яғыла.
Йыр-моңға оҫталар, башҡа кәсептәргә маһирҙар ҙа байтаҡ араларында. Төрлө кимәлдә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа бығаса килгән тырым-тырағай, берәмләп һәм ара-тирә ҡатнашыуҙан ҡотолоп, тап шул ваҡыттарҙан бергәләшеп милләт исеменән сығыш яһай башлай ҡала башҡорттары. Улар араһында сығыш-тамырҙары менән Башҡортостандан булғандар ҙа байтаҡ. Бында төпләнеү сәбәбе һәр кемдең үҙенеке. Олораҡ йәштәгеләр араһында, Совет йылдарында юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарын тамамлап, йүнәлтмә менән эшкә килеүселәр күберәк. Ҡатын-ҡыҙ, башлыса, был тарафтарға кейәүгә сыҡҡан.
Тәү сиратта милли-мәҙәни эшмәкәрлекте көнүҙәк маҡсат итеп ҡуйған йәмәғәт ойошмаһы 2003 йылда рәсми теркәлә һәм үҙ эшен нәҡ ошо йүнәлештә әүҙем йәйелдерә. Ошонан һуң үткән тиҫтәнән ашыуыраҡ йыл эсендә «милләт тирмәненә һыу ҡойоу»ҙың ниндәй дәрәжәлә уңышлы һәм һөҙөмтәле булыуы тураһында Орск башҡорттары ҡоролтайының ҡала һәм өлкә кимәлендә билдәле булыуын төрлө сараларға даими саҡырылыуы ла бик асыҡ һөйләй. Быны рәсми сығанаҡтар ҙа нигеҙле раҫлай: ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең йомғаҡлау документтарында ҡоролтайҙың әүҙем эшмәкәрлеге йылдың-йылы ыңғай яҡтан телгә алына.
Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Башҡортостандың көньяғындағы ҡала һәм райондарҙың милли ойошмалары менән дә даими бәйләнеш булдырылған. Элегерәк нигеҙ һалынған күсәгилешлек һаҡлана. Төрлө кимәлдәге етәкселәр ҡул ҡуйған күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары, йәмәғәт ойошмаһы биләгән бүлмә стеналарын биҙәп, өлгәшелгән ҡаҙаныштар тураһында һөйләй. Ҡоролтай рәйесе, уның идараһына һайланған 14 әүҙем ағзаның бер нисәһе менән аралашыу, уларҙың үҙ эштәре тураһында күңел биреп һөйләүен тыңлау был фекерҙе тағы ла нығытты.
Уңыш нигеҙе — шәп етәкселә
editМилләттәштәрен бергә туплау эшен башлап йөрөүселәрҙең һәм хәрәкәтте ойоштороусыларҙың береһе булған, күп йылдар урындағы ҡоролтай идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Гөлсәсәк Ҡәйепова ҡоролтайға 2010 йылдан етәкселек итә. Уның менән, алдан телефондан килешкәнсә, ҡаланың “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы алдында осраштыҡ. Урта йәштәрҙәге мөләйем ханым булып сыҡты ул. Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы менән тәүге минуттарҙан уҡ бик еңел башланып киткән һөйләшеү ҡоролтайға 2011 йылда ҡала етәкселеге биргән йыйнаҡ бүлмәлә дауам итте.
Бер ҡыйыҡ аҫтында татар ижтимағи ойошмаһы ла урынлашҡан икән. Һәр милләт вәкилдәре, рухтары торошонан һәм мөмкинлектән сығып, үҙ мөйөштәрен зауыҡ менән йыһазлап биҙәгән. Алда әйтелгән маҡтау ҡағыҙҙары янында башҡортса китаптар кәштәһе, милли кейемдәге ҡурсаҡтар урын алған. Шунда уҡ сәхнә кейемдәре, ҡурай, ҡумыҙ һәм башҡа музыка ҡоралдары һаҡлана. Милли-мәҙәни саралар үткәреү өсөн бар кәрәк-яраҡты йыйған улар.
Өлкә кимәлендә үткәрелгән матур сараға барып ҡайтыуҙары хаҡында бик тә тәьҫирләнеп бәйән итте Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы. Ырымбурҙың “Милли ауыл” мәҙәни комплексында “Өлкә башҡорттары ҡоролтайы “Каруанһарай” ижтимағи хәрәкәтенең 25 йыллығына арналған башҡорт мәҙәниәте байрамында ҡатнашҡандар икән. Башҡортостандан килгән рәсми вәкилдәр менән аралашыу, Көйөргәҙе районының ижади коллективтарының сығышын ҡарау бик йылы тәьҫораттар ҡалдырған...
— Өлкә үҙәгендә “Милли ауыл” тип аталған күркәм мәҙәни комплекс ысын һабантуй майҙаны булды, — тип һөйләй Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы. – Төп аллеяла матур итеп йыһазландырылған тирмәләр ҡуйылғайны. Улар башҡорттарҙың бай тарихын һәм милли рухын тулыһынса сағылдырҙы тип әйтһәм, бер ҙә яңылышмам. Шунда уҡ халҡыбыҙҙың быуаттар аша быуындан быуынға күскән төрлө кәсептәренә, биҙәү-йыһазландырыу ижадына арналған күргәҙмәләр эшләне, сувенирҙар һатылды. Күптәр оло ҡәнәғәтлек һәм һоҡланыу менән милли аш-һыу оҫталары әҙерләгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Йыр-моңға маһирҙарҙың сығыштары, милли уйындар, бәйгеләр һәм төрлө спорт ярыштары тураһында әйтәһе лә түгел.
Был оло байрамда тамашасы ғына булмаған Орск башҡорттары. Улар, өлкәнең милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән туғыҙ ҡала һәм район вәкилдәренән бер ҙә ҡалышмай, башҡалар араһында тиң булып, үҙҙәренең күп яҡлы оҫталыҡ һәм маһирлыҡтарын да күрһәткән. Наилә Ғабдуллина менән Рафаил Мөхәмәтйәров сараға йыйылғандарҙы моңло йырҙары менән әсир итһә, Люциә апай Йомаҡаева әҙерләгән милли аш-һыу, ул бәйләгән әйберҙәр күптәрҙең күңеленә хуш килгән.
Башҡорт мәҙәниәте байрамында сығыш яһаған Ырымбур өлкәһе етәксеһе Юрий Бергтың төбәктә йәшәгән башҡорттар хаҡындағы йылы һүҙҙәре Орск ҡоролтайы ағзаларында ла йылы хистәр ҡалдырған, уларҙы алдағы көндәрҙә тағы ла әүҙемерәк эшләргә ҡанатландырған...
Был сара тураһында һөйләү фекер ебен ситкә алып китте, тип уйламайым. Бында тулыһынса ҡоролтай етәксеһенең фекерҙәрен миҫал итеп килтерҙем. Ул шулай бар нәмәне йөрәге аша үткәрә, дөйөм ҡаҙанышҡа, ойошманың һәр уңышына ҡарата әйтелгән йылы һүҙгә ысын күңелдән шатлана. “Милләтем” тип янып йөрөгән кеше башҡаса булдыра ла алмайҙыр ул!..
Ҡоролтайға етәкселек итеүҙән тыш, яңы уҡыу йылы башланғас та тағы ла бик кәрәкле һәм мөһим эшен дауам иткән Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы. Ҡаланың “Йондоҙлоҡ” балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә махсус түңәрәк ойоштороп, башҡорт теле буйынса дәрестәр үткәрә ул. Бер нисә тиҫтә тыңлаусыһын халҡыбыҙ тарихы, милли йолаларыбыҙ, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең сағыу өлгөләре менән күңел биреп таныштыра.
Сығышы менән Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Гөлсәсәк Ҡәйепова. Сибай педучилищеһын, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлаған тәжрибәле уҡытыусы. Йәмәғәт һөнәрҙәре факультетында үҙләштергән шөғөлдәрен дә көндәлек эшмәкәрлегендә уңышлы ҡуллана: был тәү сиратта уның өлкә кимәлендә билдәлелек яулаған “Ләйсән” башҡорт вокаль-фольклор ансамблен ойоштороп, уға оҫта һәм уңышлы етәкселек итеүендә лә сағыла.
Тормош иптәше Марат Мөхәмәт улы менән Орск ҡалаһында төпләнеүҙәренә лә байтаҡ инде. Ҡәйеповтарҙың оло ҡыҙҙары Айгөл, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, нефть эшкәртеү заводтарының береһендә хеҙмәт юлын дауам итә. Наҙгөл, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сит телдәр үҙләштереп, үҙаллы эшләп йөрөй. Төпсөктәре Булат быйыл урта мәктәптең сығарылыш класында уҡый. Балаларына ҡушҡан матур исемдәрҙән башлап, уларҙы тәрбиәләүҙә, шулай уҡ бар көндәлек тормоштарында, эш-шөғөлдәрендә, фиғел-ҡылыҡтарында милли рухты һаҡлауҙы тәү урынға ҡуя Ҡәйеповтар. Афарин уларға! Сит мөхит шарттарында башҡортлоҡто алға һөрөп, көндәлек мәшәҡәттәргә өҫтәп, тағы ла йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнгән Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙының үҙенә уңыштар ғына юрайыҡ!
Көндәлек хәстәрҙәр
editҠоролтай ағзалары тураһында һөйләгәндә, Гөлсәсәк Ҡәйепова һәр кем хаҡында йылы һүҙ тапты, фекерҙәштәренең ыңғай яҡтарын билдәләне. Башҡаса мөмкин дә түгелдер: дөйөм уй-мәнфәғәттәр менән янып йөрөгән милләттәштәр, төрлө һөнәр вәкилдәре булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр эштә бер-береһен тулыландыра. Йәмәғәт башланғысында, бер ниндәй хаҡ һорамай, ни менәндер шөғөлләнеү өсөн ныҡлы теләк менән бергә көс-дарман, яҡындарыңдың һәм фекерҙәштәреңдең һине аңлауы, уларҙың ярҙамы менән теләктәшлеге лә кәрәк бит. Быға тағы ла күп саралар өсөн бүләкте, сәй эсеү өсөн төрлө тәм-томдо тик үҙҙәре әҙерләүҙәрен, кәрәк булғанда йүгереп кенә кибеттәргә лә барып килеүҙәрен дә өҫтәһәң, ысынлап та, һоҡланырлыҡ шул ҡоролтайсыларға.
Йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – милли-мәҙәни саралар аша милләттәштәрҙе бергә туплау, уларҙа бай тарихыбыҙға, телебеҙгә, борондан килгән матур йолаларыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, тип билдәләгәйнек инде. Был юҫыҡта ҙур эш алып барған “Ләйсән” башҡорт вокаль-фольклор ансамбле тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ижади коллектив, уның әүҙем ағзалары үҙҙәре тураһында ентекләберәк һөйләүгә тулыһынса лайыҡлы булғанлыҡтан, улар хаҡындағы һүҙҙе аҙаҡҡараҡ ҡалдырып торайыҡ та ҡоролтайҙың көндәлек хәстәрҙәренә бер аҙ туҡталайыҡ. Етәксе һүҙҙәрен ҡағыҙға төшөрөп, ниндәйҙер дан-шөһрәт өсөн түгел, ә тик күңел һәм милли аң саҡырыуы буйынса ғына дөйөм мәнфәғәтте ҡайғыртып, үҙ ваҡыты иҫәбенә башҡорт ҡоролтайы исеменән файҙалы һәм кәрәкле эште теләп башҡарыусыларҙың исем-шәрифен билдәләп китәйек. Уларҙы үҙҙәре көн иткән Орск ҡалаһында ғына түгел, Ырымбур өлкәһенең һәм Башҡортостандың төрлө тарафтарында йәшәгән яҡындары, яҡташтары ла таныһын өсөн әүҙемдәрҙең тыуған төбәктәрен дә тулыһынса әйтергә иҫәп... Йәмәғәт ойошмаһының барлығын, уның төрлө яҡлы эшмәкәрлеген ҡала эсендә генә түгел, өлкә кимәлендә лә күрһәтеү өсөн эҙмә-эҙлекле тырыша ҡоролтай етәкселеге. Тәү сиратта күрше ҡала һәм райондарҙағы, Ырымбурҙағы башҡорт милли ойошмалары менән даими нигеҙҙә бәйләнеш урынлаштырылған. Башҡортостандың Хәйбулла районы ҡоролтайы менән дә аралашыу әүҙем дауам итә.
Ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошоноң да үҙәгендә булырға ынтылыш көслө. Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы әйтеүенсә, тейешле әҙерлеге һәм, әлбиттә, теләге булған милләттәштәрҙән Гүзәлиә Байбулатова, Әлмира Ғасанова, Тәнзилә Ишкинина, Зилә Исҡужина, Зөлфирә Ҡәйепова, Флорида Мөлөкова, Миңзәлә Мырҙина һәм Венера Таңғатарова төрлө кимәлдәге һайлауҙар үткәреү өсөн биш йылға ойошторолған участка комиссияларына даими ағза булараҡ тәҡдим ителгән. 14 сентябрҙә уҙған өлкә губернаторын һайлау йомғаҡтары буйынса территориаль һайлау комиссияһы етәкселеге тарафынан был мөһим кампанияның ҡалала тейешле кимәлдә уҙыуына ҡоролтай вәкилдәренең дә өлөш индергәне айырым билдәләнгән.
Төрлө байрамдар һәм иҫтәлекле даталар айҡанлы үткәрелгән сараларға ҡоролтайсыларҙың даими саҡырылыуы үрҙә әйтелде. “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы сәхнәһендәге бер концерт та башҡорт ижади көстәренән башҡа үтмәй. Бынан тыш Яңы йылды ҡаршылауҙы милли йолалар нигеҙендә ойоштороу, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын Еңеү көнө менән өйҙәрендә иҫтәлекле бүләктәр тапшырып тәбрикләү, һәр йәй башында ҡаланың бай программалы “Халыҡтар дуҫлығы байрамы”нда, ҡоролтай ағзаларының тыуған тарафтарында ойошторолған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарында ҡатнашыу, йыл әйләнәһенә яҡын-тирәләргә концерттар менән сығыу ҙа үткәрелгән саралар теҙмәһендә. Төрлө кимәлдәге күргәҙмәләргә милли кейемдәр һәм аш-һыу әҙерләү ҙә тулыһынса йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары иңенә төшә. Башҡортса китаптарҙы һәм гәзит-журналды пропагандалау һәм таратыуҙан да ситтә ҡалмай улар. Күптән түгел үҙҙәренең көндәлек эштәре тураһында ике телдә 100 дана “Орск башҡорттары” исемле баҫма нәшер иткәндәр.
Ҡоролтай ойошторған саралар иң элек милләттәштәрҙе бергә туплау, уларҙы йышыраҡ аралаштырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Шуларҙың береһе – китапханаларҙа һәм мәктәптәрҙә төрлө темаға әҙәби һәм мәҙәни кисәләр үткәреү. Улар башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары, танылған артистар хаҡындағы мәғлүмәтте еткереүҙең бер ысулы булып тора. Әлбиттә, ҡалала яҡшы сифатта күрһәткән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” радио каналы тапшырыуҙарының оло әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шулай ҙа сит телле мөхит шарттарында күп ғаиләләрҙең, хатта өйҙә лә үҙ-ара башҡортса бөтөнләй тиерлек аралашмауын иҫәпкә алғанда, ҡоролтай ағзаларының милләттәштәре менән тәбиғи шарттарҙа күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәре, йыйылыусылар менән йәнле әңгәмә ҡороуҙары ниндәй ҡиммәтле икәнен әйтеп тораһы ла юҡ! Бындай сараларҙы йөкмәткеле һәм барыһына ла аңлайышлы итеп үткәреүгә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар — сығышы менән Гай районының Ишбирҙе ауылынан Фирҙәүес Ниғәмәтйән ҡыҙы Фәрхетдинова, Ҡыуандыҡ районының Первомайск ауылынан Әлфинур Әхмәт ҡыҙы Хәйбуллина күп көс һала. Улар әйтеүенсә, милләттәштәр бындай осрашыу-кисәләрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп ала, уларға килгәндәр үҙ-ара аралашып туймай.
Ойошманың әүҙем ағзаһы Люциә Мөхәмәтҡол ҡыҙы Йомаҡаеваны (сығышы менән Новосергиевка районының Әхмәр ауылынан) ҡалала ғына түгел, өлкә кимәлендә лә яҡшы беләләр. Етмешенсе тиҫтәһен тултырған инәй сигеү-бәйләү эштәренә оҫталығы һәм милли ризыҡтар әҙерләүгә маһирлығы менән тирә-яҡта дан алған. Ҡоролтай ҡатнашҡан төрлө күргәҙмәләр өсөн ул тиҫтә ярым төр башҡорт аш-һыуын әҙерләй. Ырымбурҙағы үрҙә телгә алынған байрам барышында ла Люциә инәй йыйған өҫтәл янынан халыҡ өҙөлмәгән. Ул бала саҡтан бәйләү һәм сигеүгә лә бик әүәҫ икән.
– 12 йәштән был шөғөлгә ылыҡҡайным, тора-бара оло апайҙар менән кемуҙарҙан ярыша башланым, – ти ул. – Әле лә ташлағаным юҡ яратҡан һөнәремде. Йыл да 40-ар пар ойоҡ бәйләп интернатҡа бүләк итәм... Был халҡыбыҙға хас булған эш һөйөүсәнлек һәм йомартлыҡ кеүек матур сифаттарҙың туранан-тура сағылышы түгелме ни?! Афарин, Люциә инәй, киләсәктә лә арыу-талыуҙы белмә шулай!
Ҡоролтайҙың барлыҡ сараларында ла әүҙем ҡатнашыусылар араһында шәфҡәт туташтары — сығышы менән Сибай ҡыҙы Әлмира Ғасанова һәм Хәйбулла районының Бүребай ауылында тыуып үҫкән Тәнзилә Ишкинина ла бар. Ирле-ҡатынлы Рита менән Ринат Хәтмуллиндарҙы (сығыштары — Гай районының Үҙәнбай ауылынан) ҡоролтай етәксеһе әүҙемдәр рәтендә айырым билдәләне. Ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө яҡлы булған был йәш ғаилә бар эштәрҙең үҙәгендә тора. Төҙөлөштә эшләүсе Ринат Фәғил улы, ҡурай тартырға өйрәнеп, ете йәшлек Зарина ҡыҙы менән бергә сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Ҡаланың “Еңеү” биҫтәһендә үҙ йортонда торған Хәтмуллиндар мал тота. Ғаилә башлығының тағы бер яратҡан шөғөлө бар икән: ул күгәрсендәр ҡарай. Хужабикә иһә ҡәйнәһе менән бергә байрамдарға, күргәҙмәләргә башҡорт милли аш-һыуының бер нисә төрөн әҙерләй.
Йырлы-моңло “Ләйсән”дәр
editҠоролтайҙы халыҡ араһында танытҡан төп йүнәлештәрҙең иң мөһиме – әлбиттә, милли-мәҙәни саралар үткәреү, ҡала һәм өлкә кимәлендә ойошторолғандарынан ситтә ҡалмау, уларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнашыу. Был йәһәттән “Ләйсән” башҡорт вокаль-фольклор ансамбленең эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Бынан биш йыл элек башлыса ҡоролтай ағзаларынан ойошҡан һәм даими составы 15 үҙешмәкәр йырсынан торған был ижади коллективты ҡаланан ситтә лә яҡшы беләләр, төрлө концерттарға ла уны бик теләп саҡыралар. Ырымбурҙа үткәрелгән өлкә башҡорт мәҙәниәте байрамында ла ансамбль матур сығышы менән милләттәштәрҙе ҡыуандырып ҡайтҡан.
Үҙе шәфҡәт туташы булып эшләгән 4-се поликлиникала һөнәри оҫталығы менән гел маҡтауҙарға ғына лайыҡ Ҡыуандыҡ районының Сабаҡлы ауылы һылыуы Наилә Ғабдуллинаны ҡалала “Орск һандуғасы” тип йөрөтәләр. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта һәм күңелгә үтерлек итеп башҡарыуы менән яулаған тамашасы һөйөүен “Ләйсән” ансамбленең төп солисткаһы.
– Үҙемде белә башлағандан бирле йырлайым, – тип һөйләй үҙе тураһында Наилә Йосоп ҡыҙы. – Мәктәп йылдарында бейеп-йырлап йөрөнөм. Малсылар һәм баҫыуҙа эшләүсе механизаторҙар алдында йыш сығыш яһай инек. Медногорск ҡалаһында медучилищела уҡығанда ла сәхнәнән айырылманым. Ул яҡтарҙа Урал тауҙарының иң көньяҡ һырттары ята, шуларға сығып күңел тулғансы йырлай инем... Күптән түгел “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында тулы залда бик тә уңышлы үткән бай йөкмәткеле ижад кисәһе Наиләне яңы үрҙәргә рухландырыр тип ышанырға кәрәк. Үҙешмәкәр йырсы шәхси тормошонда ла бәхетле. Татыу ғаиләлә һөйгәне Булат Марат улы менән ике малай үҫтерә.
“Ләйсән”дең талантлы солистары рәтендә тәүгеләрҙән булып шулай уҡ Рафаил Мөхәмәтйәровтың исеме телгә алынды. Саҡмағош районы егете Орск ҡалаһына алдараҡ төпләнгән ағаһының саҡырыуы буйынса килгән. Күп йылдар төҙөлөштә прораб булып эшләгән Рафаил Рәйес улы – бар булмышы менән йыр-моңға ғашиҡ ир-уҙаман.
– Сығышым менән башҡорт булыуымды бала саҡтан белеп үҫтем, – ти ул. – Шуға ла ҡалабыҙҙа ҡоролтай эш башлағанын ишетеү менән ойошмаға килдем. Тиҫтә йылдан ашыу милләттәштәрем менән аралашыуҙан күңелгә рәхәтлек табам. Йырға килгәндә инде, унан айырылған юҡ.
Йәш сағынан сәхнәне үҙ иткән Рафаил Рәйес улы ҡоролтай ойошторған бер саранан да ситтә ҡалмай. Ул бигерәк тә халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Зифа Нагаева ижад иткән әҫәрҙәрҙе, билдәле сәхнә оҫталары Ғәзим Ильясов, Хәсән Усманов репертуарындағы йырҙарҙы ошата. Үҙешмәкәр йырсының һәр сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмә, уны бер нисә тапҡыр саҡырып сығара.
Ҡурайсы Шәкирйән Рәхмәтов, гармунсы Марат Иҫеркәпов, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Нәсибулла Бикмөхәмәтов, шулай уҡ йырсылар Зилә Исҡужина, Линера Кәлимуллина, Флорида Мөлөкова, Миңзәлә Мырҙина, Фәүзәнә Рәхмәтуллина менән Миңһылыу Шәрипова ла – “Ләйсән”дәге иң әүҙемдәр иҫәбендә. Ҡыуандыҡ районы һылыуы, Хәйбулла районы килене Зөлфирә Ҡәйепова – ижади коллективтың хәстәрлекле хужабикәһе.
“Ағинәйҙәр клубы” – милләт ҡото
editҠоролтайҙың әүҙем ағзалары араһында төрлө быуын вәкилдәре бар. Бай тормош тәжрибәһенә эйә булған оло йәштәгеләр һәр ерҙәгесә бында ла, сит мөхиттә көн итеүҙәренә ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙың быуаттан быуатҡа күсә килгән матур йолаларын һәм изге ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡәҙерләп һаҡлап ҡалыу өсөн һиҙелерлек тырышлыҡ һала. Бөтөнләй онотолоп, юғалып ҡалғансы уларҙы тергеҙеү һәм йәшерәк быуын вәкилдәренә еткереүҙе үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы тип һанай хөрмәтле ветерандар. Нәҡ шуға ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бер нисә йыл элек тормошҡа ашырыла башлаған ҡала һәм райондарҙағы ойошмалар эргәһендә “Ағинәйҙәр ҡоро” булдырыу тураһындағы тәҡдимен Орск башҡорттары ла хуплап ҡабул иткән һәм үҙҙәренең “Ағинәйҙәр клубы”н ойошторған.
Уны сығышы менән Баймаҡ районының Ҡыуат ауылынан Венера Ҡорбан ҡыҙы Таңғатарова етәкләй. Ғүмеренең етенсе тиҫтәһенең уртаһына етеп килгән инәй 18 йәшендә ҡалаға килеп төпләнгән, күп йылдар тегеү фабрикаһында, һуңынан механика заводы дауаханаһында кесе медицина хеҙмәткәре булып эшләгән. Тормош юлдашы – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы егете Марат Мөхәмәтйәновты ла бында осратҡан. Уларҙы биш ейән һәм ейәнсәр менән һөйөндөргән ҡыҙҙары Зилә лә, Гөлнара ла тыуған ҡалаларында йәшәй, ата-әсәләре һәм балалары менән туған телдә иркен аралашып, тормоштарынан ҡәнәғәт булып, донъя көтә. Әйткәндәй, Венера апайҙың ейәндәре Сибайҙы ла үҙ иткән: унда башҡорт урта мәктәбен тамамлаған олоһо – әле Мәскәүҙәге авиация институты студенты, бәләкәйе башҡорт гимназияһында уҡый. Милли рухтың быуындан быуынға күсеүенең бик тә матур өлгөһө был...
“Ағинәйҙәр клубы”на килгәндә инде, уның төп өлөшөн тәшкил иткән оло йәштәге тиҫтәгә яҡын апайҙың барыһы ла ҡоролтай эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, улар милләт яҙмышына битараф түгел, йәш быуынды халҡыбыҙға хас матур рухта тәрбиәләү яғында. Үҙҙәре билдәләүенсә, ағинәйлек бер ҙә ҡартлыҡ билдәһе түгел, ә бай тәжрибәле күңел торошо. Ағинәйҙәр күп йәһәттән йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай.
– Аҙна һайын “йома сәйе”нә йыйылабыҙ, – тип бәйән итте Венера Ҡорбан ҡыҙы. – Халыҡ йырҙарын йырлай-йырлай, бик тә күңелле итеп аралашабыҙ. Үҙебеҙ, ғәҙәттәгесә, ҡул эштәренән айырылмайбыҙ: бәйләм бәйләйбеҙ, сигеү сигәбеҙ. Бына ошо халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсептәрен тергеҙеп, беҙгә килгән йәш ҡатын-ҡыҙҙарға өйрәтеү менән мәшғүлбеҙ.
Фәғилә Таҡыева (сығышы менән Балаҡатай районынан), Ғәлимә Зиннәтуллина менән Фәрзәнә Теләүғолова (Хәйбулла районынан), Гәүһәр Йыянғолова (Ҡыуандыҡ районынан) – “Ағинәйҙәр клубы”ның иң әүҙем ағзалары. Мәҙәниәт һарайында бирелгән бүлмәгә ҡуйылған милли кейемдәге ҡурсаҡтарға тағы ла яңыларын өҫтәп, башҡа әйберҙәрҙе йыйып, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешенә арналған музей ойоштороу теләге менән янып йөрөй бөгөн ағинәйҙәр. Әлегә улар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем өлгөләрен әҙерләү менән мәшғүл.
Ветерандарҙан ғына торған айырым фольклор йыр төркөмө ойоштороу ниәттәре лә бар йыр-моңдан айырылмаған, халҡыбыҙҙың бай ижади өлгөләренән илһам алып йәшәүсе әүҙемдәрҙең. Хөрмәт ҡаҙанған ололарҙың бөтә эштәре йәштәргә үрнәк буласағына шик юҡ...
Был яҙма – төрлө тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең сит мөхиттә лә туған телде, халҡыбыҙҙың матур милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай, башҡалар араһында тиң булып, үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп йәшәүҙәрен һәм киләсәктә лә шуға ынтылырға әҙер булыуҙарына бер бәләкәй генә ынтылыш. Әлбиттә, Орск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә ниндәйҙер етешһеҙлектәр ҙә, хәл ителмәгән проблемалар ҙа юҡ түгел. Ойошма етәксеһе лә, идара ағзалары ла уларҙы яҡшы белә. Мәҫәлән, ҡалала йәшәгән башҡорттарҙың бер өлөшөндә киләсәк быуынды милли рухта, үҙенсәлекле башҡорт йолалары нигеҙендә тәрбиәләүгә, туған телдең ҡулланыу даирәләрен киңәйтеүгә, шулай уҡ мәҙәниәт һәм әҙәбиәт мәсьәләләренә битарафлыҡтың көслө булыуы ла әүҙемдәрҙе бошондора. Шуға ла улар ҡан туғандарыбыҙҙы артабан да бергә туплауҙы, ҡала мөхитендә үҫкән йәштәрҙә милли аң һәм рухты тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эште дауам итеүҙе, халҡыбыҙҙың йолаларын һәм ғәҙәттәрен киңерәк пропагандалауҙы үҙҙәренең тәү бурысы итеп күрә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Ырымбурҙағы өлкә башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге яғынан иғтибар юҡлығына зарланмаһа ла, һәр төрлө бәйләнештәрҙең юғарыраҡ кимәлдә булыуын теләй. Был изге ниәттәрендә түҙемлек һәм ҡаҙаныштар ғына юлдаш булһын.
Ансар НУРЕТДИНОВ.
Өфө – Орск – Өфө.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| ||
|