Хикәйә
Өләсәһе өйгә ҡайтып ингәндә, Асман мауығып һүрәт төшөрә ине. Үҙенең кескәй генә өҫтәлендә лә, иҙәндә лә, диванда ла, хатта тәҙрә төбөндә лә аллы-гөллө төҫтәр менән балҡып рәсемле ҡағыҙҙар ята. Тик малай әле төшөргәнендә генә буяуы йәмһеҙ, ҡарағусҡыл һоро.
- Мин картина һатам, ал, - тине Асман ҡылғәләме менән ниндәйҙер һыҙыҡтар сыймаҡлай-сыймаҡлай.- Олатайым менән ағайым да, еңгәм дә алдылар инде. Кү-үп итеп аҡса бирҙеләр. Бына ҡара әле, жираф, терпе, аҡ айыу һүрәттәрен һаттым уларға.
Ысынлап та, ҙур өҫтәлдә айырым ғына ятҡан альбом биттәрен һәм кескәй генә өйөм тинлектәрҙе, хатта ҡағыҙ аҡса ла күрҙе өләсәһе.
- Ярай, аҡыллым, алырмын, тик быныһын түгел, буяуҙары оҡшамай, - тип яуапланы ул. - Ҡылғәләмеңде йыу, уны сайҡатып торорға таҙа һыу һалып ал. Буяуҙарың бит бысранып бөткән, шуға ниндәй төҫтә икәнлеген дә танырлыҡ түгел.
Икәүләшеп кескәй генә һауыттарҙағы буяуҙарҙы, ҡылғәләмде, шунан Асмандың ҡулдарын йыуҙылар. Малай йәнә сағыуланып киткән буяуҙарына шатланып ҡарап торҙо ла, йәһәтләп эшкә кереште.
Бер аҙҙан уның:
- Өләсәй, мин һиңә һатырға фламинго һүрәте эшләнем, - тип ҡысҡырғаны ишетелде. Шул арала ҡағыҙҙың үрге мөйөшөнә үҙе белгән һандарҙы ла теркәп, хаҡын да яҙып ҡуйырға онотманы.
Бик оҡшатты һүрәтте өләсәһе. Тик артыҡ ҡыйбат икәнлеген әйтте.
- Ә мин нисә һум тип яҙғанмын һуң?
- Мең дә ике йөҙ һум! Был бик күп аҡса бит, балам.
- Ә һин үҙең күпме теләйһең, шунса бир, - тип, артыҡ ныҡышып торманы малай.
Өләсәһе аҡса алып килеүгә ишектән әсәһе лә килеп инде.
Асман аҡсаларҙы эләктереп, күкрәгенә ҡыҫты ла, уға табан йүгерҙе.
- Әсәй, әсәй, мин бөгөн күп итеп аҡса эшләнем. Мә һиңә, ал, әсәкәйем. Бүтәнсә эшкә йөрөмә, йәме, мин тик һинең менән өйҙә генә ултырғым килә. Аҡса кәрәк булһа, һүрәттәремде һатырһың. Күрәһеңме, күпме минең картиналарым?!
Ул рәсемдәрен йүгереп йөрөп йыйып алды ла, әсәһенә тотторҙо. Уға шундай өмөт менән ҡарағанда артта баҫып торған өләсәһенең күҙҙәрен һөрткәнен генә күрмәне.