СССР –ҙа тыуғандар. Фирүзә Абдуллина.


СССР –ҙа тыуғандар. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 18.08.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бесән саптыҡ, бесән йыйҙыҡ,
Арба менән ташыныҡ,
Икәүләшеп сөкөрләшеп
Ҡышлыҡ запас яһаныҡ.

Үҙебеҙҙең яйыбыҙса,
Сәбәләнмәй юҡ-барға,
Эште эшләп өйрәнгәнбеҙ,
Шатланып һаулыҡ барға.

Йәштәр йылмайып ҡарайҙар,
Йәнәһе лә, беҙ – ҡарттар,
Эште үҙҙәренә бирһәң,
Оҡшамай беҙҙең шарттар!

Бахырҙарҙың көстәре бар –
Түҙемлектәре етмәй,
Беҙ эшләп өйрәнгән инде,
Кешенән ярҙам көтмәй!

Беҙҙең быуын –эшләп үҫкән,
Эште башлап ташламай,
Девиз да бит елле ине:
“Кем эшләмәй – ашамай!”

Дары әле сыланмаған,
Беләктәрҙең көсө бар,
Эшләйбеҙ ҡулдан килгәнсе –
Беҙҙә кемдең эше бар?!

Беҙҙең быуын эштән ҡурҡмай,
Бөтәһе лә уңғандар,
Совет тәрбиәһе алған,
СССР –ҙа тыуғандар!