Сабырлыҡ. Фирүзә Абдуллина.

Сабырлыҡ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 14.03.2014.. Нәшер ителгән: 12.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Була шундай ярһыу мәлдәр-
Атҡа менеп сабырлыҡ…
Үҙ-үҙеңде тыйып тотоу
Сабырлыҡмы? Сабырлыҡ!

Алданмайса татлы телгә,
Ысын бәхет табырлыҡ
Мөхәббәтте көтә белеү
Сабырлыҡмы? Сабырлыҡ!

Үкенестәр өтә йәнде,
Ҡатыҡ өрөп ҡабырлыҡ…
Шул йөк менән йәшәүҙәре
Сабырлыҡмы? Сабырлыҡ!

Иң күтәрмәҫ ҡайғы була,
Башты ергә баҫырлыҡ…
Йәшәү өсөн көстәр табыу
Сабырлыҡмы? Сабырлыҡ!

Дан түренә үрләгәндә
Кеше булып ҡалырлыҡ,
Үҙ-үҙеңде тота белеү
Сабырлыҡмы? Сабырлыҡ!

Йәшәп үтерлек лайыҡлы,
Һағынып иҫкә алырлыҡ,
Эй, Хоҙайым, зинһар өсөн,
Бир күберәк сабырлыҡ…