Салауат ҡыҙы
Ярты быуат үтеп китһә лә, ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә. V класта беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Зәнүфә апай ҡышҡы ялдан һуң «Мин каникулды нисек үткәрҙем» тигән темаға инша яҙып килергә ҡушҡайны. Тәүге дәрестә ижади эштәребеҙҙе тапшырҙыҡ. Уҡытыусы яңы теманы аңлатты ла өҫтәлендәге дәфтәрҙәр араһынан минекен эҙләп алды. Ике яғына ла яҙылған ун ике битте ҡысҡырып уҡып бөтөүгә ҡыңғырау шылтыраны. Уҡытыусым иншам аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп «5» билдәһе ҡуйҙы һәм «маладис» тип өҫтәне. Нәҡ ошо хәл мине яратҡан остазым Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙының һөнәрен һайлауға этәргәндер ҙә инде...
Иҫтәлектәргә бирелеүемдең төп сәбәбе бер генә: күптән түгел үҙенең 85 йәшен билдәләгән Зәнүфә апай Ғарифуллина бар ғүмере, башҡарған эше менән уҡыусыларына ғына түгел, бөтә ауыл, хатта район халҡына ла матур өлгө булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен күңел биреп уҡытыуы менән бер рәттән ул күп йылдар класс етәксеһе, һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры вазифаһын да уңышлы башҡарҙы. Коммунист уҡытыусы һәр саҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаны, үҙен оҫта агитатор һәм пропагандист итеп тә танытты.
1959 йылда ауылда иң беренсе булып Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған уҡытыусы-филолог тиҫтәләрсә йыл район гәзитенең иң әүҙем хәбәрсеһе һаналды, эстәлекле һәм көнүҙәк яҙмаларын республика баҫмаларына ла, шул иҫәптән ул саҡтағы «Совет Башҡортостаны»на ла даими ебәреп торҙо. Уларҙа заманында яҡын-тирәлә киң билдәлелек алған «Һарғамыш» совхозының Иҙелбай бүлексәһе баҫыу һәм малсылыҡ алдынғыларын данланы, ауыл тормошондағы төрлө проблемаларҙы ла күтәрҙе, етешһеҙлектәрҙе асып һалыуҙан, кәрәк саҡта етәкселәрҙе тәнҡит утына тотоуҙан да ҡурҡманы.
Халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Рәми ағайҙың йырға һалынған «Салауаттар» шиғырындағы «Бейеүсе лә, йырлаусы ла – Салауатта күп улар» тигән һүҙҙәре Зәнүфә апайға туранан-тура төбәлгән тиерһең. Ул былай ҙа ныҡ тығыҙ ваҡытының күп өлөшөн ауыл клубы сәхнәһендә үткәрҙе. Университетта уҡыған йылдарында уҡ матур тауышы менән күптәрҙе әсир иткән, махсус саҡырыу менән барып, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Бәхти Ғайсиндың баян моңдарына ҡушылып, күп тапҡыр республика радиоһы тулҡындарын тирбәткән үҙешмәкәр йырсы барыһы өсөн дә һәр саҡ өлгө булды.
БДУ-ны тамамлап, йүнәлтмә буйынса Әлшәй районында эшләгәндә лә, мәғариф етәкселәренең ныҡышмалы үтенес-тәҡдимдәре нигеҙендә тыуан Йүрүҙән буйҙарына ҡайтҡас та, төп эше менән бергә ауыл сәхнәһе, үҙешмәкәр сәнғәт мәшәҡәттәрен дә бер тигеҙ тарта. Зәнүфә апайҙың, төрлө йәштәге маһирҙарҙы бергә туплап, фольклор ансамбле, драма түңәрәктәре ойоштороуын яҡташтары бөгөн дә маҡтап ҡына хәтерләй. 2-се Иҙелбай (халыҡ араһындағы исеме Баҙраҡ) оҫталары ул йылдарҙа төрлө йыр-бейеү бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша, күрше ауылдарҙағы, совхоз үҙәге Арҡауылдағы, район мәҙәниәт һарайындағы үҙенсәлекле сығыштары һәр саҡ тамашасыларҙың көслө алҡышына күмелә. Бында, әлбиттә, барыһын да үҙ артынан эйәртә белгән оҫта ойоштороусы Зәнүфә апайҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ була.
Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙының халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүгә индергән өлөшө лә айырым бәйән итеүгә хаҡлы. Университет ғалимдарынан төплө йүнәлеш алған уҡытыусы-филолог ошо ынйы бөртөктәрен йыйып-туплауға өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен арнай. Был осорҙа «Иҙелбай ауылының ҡомартҡыһы» тигән 19 бүлектән торған ҡулъяҙма китап-альбом төҙөй. Унда әкиәттәр, риүәйәттәр, бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр, йомаҡтар, әйтем, ырым-һынамыштар, төш юрауҙар, көләмәстәр һәм халыҡ уйындары сюжеттары тупланған.
2002 йылда ошо бай материал нигеҙендә Зәнүфә Ғарифуллина арҙаҡлы ғалим Әхмәт ағай Сөләймәновтың фатихаһы һәм баш һүҙе менән «Йүрүҙән ынйылары» тигән китабын баҫтыра. 2006 йылда үҙешмәкәр фольклорсы тыуған төйәгендә яҙып алған 4 мең ярымдан күберәк таҡмаҡ өлгөһөнөң ни бары өстән бер өлөшө самаһы ғына ингән «Йүрүҙән буйы таҡмаҡтары» тигән йыйынтығын нәшер итә. Ауыл уҡытыусыһының был ике хеҙмәтен башҡорт филология факультетында уҡып йөрөгәндәр реферат, курс һәм диплом эштәре яҙғанда әүҙем ҡуллана.
Мәктәптәрҙә башҡорт халыҡ ижадын өйрәнгәндә лә, фольклор ансамблдәре өсөн дә был ерле материалдың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Әүҙем ауыл хәбәрсеһе үҙе йыйған ҡайһы бер өлгөләрен «Хазина һандығымдан» тигән рубрика менән район гәзитенә лә тәҡдим итә.
Ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән бергә боронғо көнкүреш әйберҙәре, башҡа төр этнографик экспонаттарҙы ла туплай Зәнүфә апай. Ире Мәғәфүр ағай, улар өсөн ихаталарында кескәй генә йорт һалып, унда «Баҙраҡ этнографик музейы» тигән алтаҡта ла элә. Бында ҡуйылғандарҙы ауыл кешеләре, уҡыусылар күп йылдар ҡыҙыҡһынып ҡарай, ҡайһылары үҙҙәрендәге әйберҙәрҙе лә килтереп тапшыра. Шәхси музей экспонаттары ғалимдар, әҙиптәр, сәнғәт әһелдәренең дә иғтибарын йәлеп итә. Һабантуйҙарҙа, башҡа төбәктәрҙә үткән сараларҙа Салауат районы вәкилдәре ҡорған башҡорт тирмәһен биҙәү өсөн дә күп йылдар Зәнүфә апайҙың экспонаттарын файҙаланалар. Уртаҡ эш өсөн янған Ғарифуллиндар үҙҙәре туплағандың тарихи һәм фәнни яҡтан ҡиммәтле тип һаналғандарын Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейына ла тапшыра.
Арабыҙҙан иртәрәк киткән ғаилә башлығы Мәғәфүр Йыһанур улы ла тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Ул сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ваҡытта йүгереү буйынса «Дағстан АССР-ы чемпионы» исеменә лайыҡ була, Иҙелбай мәктәбендә башҡа фәндәр менән берлектә физкультура дәрестәрен дә алып бара. Районда тәүгеләрҙән булып «Зарница» хәрби-спорт уйынын ойоштороп үткәреүсе лә ул. 1971 йылда Иҙелбай уҡыусыларының урта мәктәптәр вәкилдәре бер ҡатарҙан был уйындың республика финалында район исеменән сығыш яһауы ғына ла уҡытыусының эшенә тейешле баһа тип әйтергә була. Мәғәфүр ағай Зәнүфә апайҙың бар эшендә лә тәүге ярҙамсыһы булды. Улар бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙы.
Ансар НУРЕТДИНОВ.
Салауат районы.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| ||
|